Эстәлеккә күсергә

Муйыл компоты

Викидәреслек проектынан

Муйыл компоты — ҡышҡылыҡҡа һаҡлыҡҡа ҡуйы сироплы компот әҙерләү.

Составы

[үҙгәртергә]
  • муйыл: 500—1000 г
  • шәкәр: 500—1000 г
  • һыу: 2,5 л

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Стерилле 3 литрлыҡ банкаға таҙа итеп йыуылған 500 г-1000 г муйыл һалалар. Өҫтөнә алдан әҙерләнгән ҡайнар сироп ҡоялар.

Сироп эшләү өсөн 2,5 литр һыу менән 500 г-1000 г самаһында шәкәр алалар. Бергә ҡушып, утҡа ҡуялар. Шәкәр һыуҙа тигеҙ таралһын өсөн болғап тороп ҡайнаталар.

Сироптың әҙерлеген белеү өсөн, йәйпәк һауытҡа бер тамсыһын ғына тамыҙып ҡарайҙар. Таралмай, йомро ғына булып ятһа — сироп әҙер һанала.

Сиропты ҡойоу менән банкаға стерилләнгән ҡапҡас ябалар. Эсер алдынан компотты һыу ҡушып шыйығайтырға мөмкин. Самаһын тәменә ҡарап билдәләйҙәр.