Эстәлеккә күсергә

Мультиваркала ирәүән (ревень) бәлеше

Викидәреслек проектынан

Ирәүәндән бәлеште мультиваркала ла бешерергә була.

Ҡамыр өсөн:

  • 1 стакан он
  • 1 стакан шәкәр ҡомо
  • 2-4 балғалаҡ какао порошогы
  • 250 г ирәүән һабаҡтары
  • 4 йомортҡа
  • Әҙ генә сәтләүек төшө
  • 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс

Ҡамырын әҙерләү:

Йомортҡаларға шәкәр ҡушып күперткәнсе яҡшылап туҡыйбыҙ.

Сәтләүекте ваҡлап алабыҙ.

Бынан һуң баяғы массаны бер туҡтауһыҙ болғай-болғай яйлап ҡына ондо, ҡамыр ҡабартҡысты һәм ваҡланған сәтләүекте ҡушабыҙ.

Ҡамыр әҙер булғас, уны ике тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ.

Өлөштәрҙең береһенә какао порошогын ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ.

Эслеген әҙерләү:

Ирәүәндең йәш итләс һабаҡтарын йыуабыҙ, әрсейбеҙ һәм шаҡмаҡлап турайбыҙ.

Тәм өсөн шәкәр һибергә мөмкин.

Бешереү:

Мультиварканың формаһын аҡ май менән яҡшылап майлайбыҙ.

Аҡ төҫтәге ҡамырҙы форманың төбөнә матур итеп йәйеп һалабыҙ.

Ҡамыр өҫтөнә әҙер эслекте тигеҙ генә итеп таратып сығабыҙ.

Аҙаҡ эслектең өҫтөнә ҡамырҙың икенсе өлөшөн тигеҙләп ҡоябыҙ.

«Выпечка» тигән режимда файҙалы ла, тәмле лә бәлеш 1 сәғәттән әҙер буласаҡ.