Эстәлеккә күсергә

Мыйыҡ (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Башы улаҡта,
    Ҡойроғо ҡолаҡта.
  2. Ҡыҙыл ҡолашаға
    Ҡарағош ҡанатын йәйгән.
  3. Ҡыҙыл ҡолашала
    Ҡарт алаша ҡойроғо.
  4. Тишекле тамыр аҫтында
    Төйөрөм тай ҡойроғо.
  5. Уртаһы уйылған,
    Ике яҡҡа ҡыйылған.
  6. Атайымдың урманы,
    Ике яҡҡа һуҙғаны.
  7. Йәйәһен киргән, уғы юҡ.
  8. Йәйәмде киреп ҡуйҙым,
    Уғымды элеп ҡуйҙым.