Мылтыҡ (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Бәләкәс кенә малай,
Бейгә лә ярай,
Ханға ла ярай,
Үҙе гел ҡан даулай. - Кәк(е)ре ҡайын ут төкөрә.
- Бер төкөрҙө —
Бөтөн ерҙе бөтөрҙө. - Бәләкәс кенә нәл ташы,
Хандар, бейҙәр юлдашы. - Кәк(е)ре ботаҡ алыҫ төкөрә.
- Биле бөк(ө)рө алыҫҡа төкөрҙө.
- Ҡаны юҡ, йәне юҡ,
Төкөрөгө кеше үлтерә. - Атаһы шарт итә,
Балаһы ялт итә,
Төкөрөгө дорфанға китә. - Йәне лә юҡ, ҡаны ла юҡ,
Эсендәге балаһының һаны ла юҡ. - Үмер, үмер, үмерҙән,
Яҡҡан уты күмерҙән,
Оҙон буйлы бер ҡош бар —
Йомортҡаһы тимерҙән. - Тимерҙән заты,
Борсағы таштан ҡаты,
Әҙәмдең хикмәте. - Артында беләк була,
Ҡабырғаһында эйәк була,
Өҫтөндә күҙ була,
Үҙе төҙ була. - Йүткерә, төкөрә,
Төкөрһә — үлтерә. - Ҡара атым ҡалт итте,
Ҡабырғаһы ялт итте. - Үңер, үңер, үңерҙән,
Үңәсе оҙон тимерҙән,
Шатырлауыҡ-шартлауыҡ
Бар донъяны емергән. - Эргәлә — һуға,
Алыҫта — йыға,
Хатта тауышы