Эстәлеккә күсергә

Мүктәрге

Викидәреслек проектынан

Башҡортостан ҡоштары

Мүктәрге

[үҙгәртергә]

Мүктәргемөхтәрге, нүктәрге, бүктәрге, бәктәргәй, урыҫса — кобчик, латинса — Falco vespertinus L. Ыласындар ғаиләһенә ҡараусы йыртҡыс ҡош төрө.

Ҙурлығы һәм ҡыланышы буйынса торомтайға оҡшаған ҡош.

Ҡорһағы, ботондағы ҡауырһындар, ҡойроҡ аҫты сағыу ерән, ә кәүҙәһенең ҡалған өлөшө ҡара таплы күкһел һоро.

Инә мүктәргелә һарғылт ерән төҫ өҫтөнлөк ала, арҡаһында, ҡанаттарында, ҡойроғонда арҡыры буйҙар, ҡорһағында ваҡ сыбар таптар бар.

Суҡышы ҡыҫҡа, сағыштырмаса көсһөҙ. Өлкән мүктәргеләрҙең суҡышының төбө ҡыҙыл йә ҡыҙғылт һары, ә йәштәренең — һары, күҙҙәре һәм аяҡтары ҡыҙыл.

Башҡа ыласындарҙан ерән «салбары» менән айырыла.

Тауышы яңғырауыҡлы: «ки-ки-ки».

Күсмә ҡош. Киң таралған. Һирәк ағаслы урмандарҙа йәшәй.

Ояһы ағас башында, ҡая таш һикәлтәләрендә, ерҙәге түңгәктәрҙә була.

3-4 бөртөк ерәнһыу таплы аҡһыл һары төҫтәге йомортҡа һала.

Башлыса эре бөжәктәр — ҡуңыҙ, сиңерткә, энәғараҡтар менән туҡлана. Бик һирәк ваҡ кимереүселәр һәм кеҫәртке тотоп ашай. Турғайға ла һунар итә, ҡайһы берҙә күгәрсенгә һөжүм итә.

Африкала һәм Көньяҡ Азияла ҡышлай.

Элек ауға йөрөтөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.

Ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә

[үҙгәртергә]

Сығанаҡ

[үҙгәртергә]
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1986 й., 11 б.