Мәке (йомаҡтар)
Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации
Перейти к поиску
- һыр-һыр һырғалаҡ,
Уртаһында бер табаҡ.
- Бөтә ауылға бер ҡаҙан.
- Аҡ та икән һикеһе,
Ҡаҡ та икән һикеһе,
Уртаһында көҙгөһө.
- Үҙе тигеҙ,Үҙе таҡыр,
Баҫһаң — батыр.
- Ҡаҙҙың иһә — ҡан сыға.
- Йәйен йәйелә,
Ҡышын ҡата —
Көмөш һандыҡҡа
Керә лә ята.