Эстәлеккә күсергә

Мәкәш ауылы топонимдары

Викидәреслек проектынан

53°48′13″ с. ш. 58°12′10″ в. д. (G)

Мәкәш ауылы топонимдары


Мәкәш ауылы исеменең килеп сығышы тураһында фараздар.

 Ауыл исеме кеше исеменән алынған,ошо урында төпләнеп киткән Мәкәш исме менән мәңгеләшеп ҡалған тигән фараз йөрөй халыҡ телендә.Мәкәштең ҡайҙандыр Ырымбур яғынан ҡасып килеүе тураһында ла риүәйәттәр һаҡланған.

Беренсе фараз

 
 Мәкәш Тәтегәс бейҙең һуғышсыһы булған.Ул Ноғай мырҙаһы батырын күҫәк менән дуэлдә бәреп үлтергән ,башҡорттаар беренсе булып һөжүмгә ташланалар һәм еңәләр.Ноғайҙар яңынан яу башламау шарты менән Мәкәште үҙҙәренә һорайҙар,ләкин Тәтегәс уны Ырымбурға ҡасыра һәм аҙаҡтан ул был яҡтарға килеп сыҡҡан.(Вәлиуллин Биктимер олатай һөйләгәндәрҙән)

Икенсе фараз

Легендаларҙың беҙҙең Мәкәш олатайға мөнәсәбәте юҡ.Тәтегәс бей заманы 1540-1560 -сы йылдар.Юрматылар шәжәрәһендә Митяш батыр тигән исем бар.Тәтегәс бей уларҙың юлбашсыһы,ә батырҙарҙың даны телдән телгә күсеп йөрөй торған була.Беҙҙең олатай күпкә һуңыраҡ йәшәгән,әлбтиттә,ул бөтә башҡорт егеттәре кеүек һунарсы булғандыр.Ошо хозур кеше аяғы баҫмаған ерҙәр уның күңеленә ятҡандыр. Исемһеҙ бер йылға Көҙләү булып китә һәм бөгөнгө көнгә тиклем был исем һаҡланған. Ошо йылға Мәкәшкә көҙләү урыны ғына түгел,ҡышлау төбәге лә булған.Мәкәштең малдары бик кңп булған,ул хатта көтөүе менән Өйҙөрәк буйҙарына тиклем барып сыҡҡан,тип һөйләйҙәр ине боронғораҡ ҡарттар.Мәкәш ошо аймаҡ кешеләре араһында үҙенә ғәҙел һәм хәүефһеҙ булыуы менән абруй ҡаҙана.Ташлы аҫабалары уға бер ҡыҙ йәрәшәләр һәм бына һиңә бәләкәй бер бүләк тип,урын-ер бирәләр.Хәҙер был ер Бәләкәй Бүләк, тип йөрөтөлә.Юрматы һәм Тамъян шәжәрәләрен лә беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы.Тамъяндарҙа Мукачтың улв Ҡасҡын күрһәтелә.Беҙҙең ауыл янында Ҡасҡын ҡулы бар.Юрматыларҙа Мукачтың улы Тебәнәк бар (русса)теркәлгән.Ә беҙҙә Тегәнәк йылғаһы Көҙләүҙең ҡушылдығы булып тора.Шул уҡ юрматыларҙа ҡасҡын-Мукачтың бер туғаны итеп күрһәтелә.Шәжәрәлә Мәкәш Үрәҙ бейҙең тыуасары (прапра..внук) булып сыға.(Клара Хәмиҙулинаның фаразлауы).


Үрәҙ

Үрәҙ -тарихи шәхес.1646 -сы йылда ерҙәрҙе ун бер ырыу араһында бүләләр. Был бүлеү йәнә 1671 -се йылдарҙа үткәрелә Һәр ырыуҙың биләмәләрененең майҙаны һәм урыны билдәләнә.Ошо ике бүлештә лә Үрәҙ Урманов ҡатнаша.Үрәҙ тип йөрөтөлгән урындар XVI быуат урталарынан исемләнгән.Ошо тәғәйенле ерҙәр,урындар географик яҙылышы менән бергә ер атамаларына әйләнеп киткән( Клара Хәмиҙҙуллина яҙмаларынан).

  • Мәкәштауҙың бер бите -Туҡтар

Туҡтар -табын ырыуының бейе.Нәҫеле менән Сыңғыҙ хан вариҫтарынан.Мәкәштауҙың Туҡтар бите исеме ауыл исеменән күпкә боронғораҡ.Туҡтар әсәһе менән меңдәр араһында тороп ҡалып,уның ир булып өлгөрөп етеүе һәм исеме мәңгеләщеп ҡалыу ваҡыты 1399-1400 -се йылдар тип иҫәпләнә.Ул атаһын эҙләп киткәс,ырыуҙаштары Туҡтар исемен ошо урын атамаһы менән үҙҙәренең телендә йөрөткәндәр.Был исем бөгөнгө көнгә тиклем еткән.Туҡтар заманында ошо ерҙәге данлыҡлы шәхес-хандар тоҡомоноң бер вариҫы булған.( Клара Мөхәмәҙиә ҡыҙы Хәмиҙҙуллина. .Башҡоростан Республикаһы Дәүләкән районы Мәкәш ауылының тулы шәжәрәһе Өфө.Мир печати.2012 й.264 б).

  • Әмир яланы

Мәкәш ауылына яҡын Әмир сабынлығы бар.Был атама Әмирхандың ошо ерҙе биләүен күрһәтә.Ул бында,бәлки,йәшәгәндер ҙә,сөнки ҡәбер ташы табыла,унда Әмирйән (Әмирхән) 1631-1707 -се йыдар ,тип фаразлана(Вәлиуллин Биктимер олатайҙың фаразлауы)

  • Ишәй ҡулы Шаҡа шишмәһе Бабай шары

Әгәр кеше батыр ҡушаматы ала икән, ул шәжәрәләрҙә мотлаҡ күрһә телгән Метяш -Мәкәш шәжәрәһендә беҙҙең ер-һыу атамаларҙа ошо исемдәр килгәнен күрҙем:Ишәй Ҡушаев,Шаҡай Собханғолов, Хаджибаба.
Беҙҙә,Мәкәштә,Бабай шары тигән ер атамаһы бар.
Мәкәш ауылында Ишәй ҡулы бар.

Шаҡа шишмәһе

Шаҡай Собханғолов Польша һуғышында ҡатнашҡан яугир исеме.Шаҡа шишмәһе һәм Шаҡа тауы ошо яугир исеме менән бәйле булырға тейеш.Боронғо оло кешеләр был тау өҫтөндә йөрөгәндә,үҙеңде тәртипле тоторға ҡушалар ине,бында бер батыр күмелгән,тип аңлаталар ине Й өнөнөң төшөп ҡалыуы беҙҙең һөйләштә тәбиғи(Клара Хәмиҙуллина менән әңгәмә(75 йәш) 20 ноябрь 2020 й.


Ҡырла һәм Оло урман

Дәүләкән районының Мәкәш исемле ауылы көнбайыштан Бәләбәй,ә көньяҡтан Әлшәй райондары менән сикләшеп,иң төпкөл ауылдарҙан һанала.Бәләбәй районының далалар менән аралашып ҙур-ҙур урмандары-улар Аксаков әҫәрҙәрендә сағылған гүзәл урындар.Ул яҙған йылҡы тибендәре ана шул беҙҙең Мәкәш, Ҡоръятмаҫ,тағы ла Боранғол ауылдары (ауылдар бер-берһенән тауҙар менән айырылып тора) биләмәләренән башланып, халыҡ телендә Оло урман тип хөрмәтләп һөйләнгән,яланлы ер булмаһа лә ауылдарҙың көнбайыш яҡтары Оло урман тип атала.Ә көньяҡтан Мәкәш ерҙәре Әлшәй районының хозур тәбиғәтле Ташлы, Таштүбә,Баязит ауылдары биләмәләренән Ҡырла тип йөрөтөлгән урын менән айырыла,сөнки бында Ташлы ауылының ерҙәре башланып, уларҙы мәкәштәрҙән Ҡырла айырып торған.

Башҡорт теленең был матур һүҙе һирәк ҡулланылһа ла,элегерәк халыҡ телендә ер атамаһы булараҡ та,ер биләмәләренең ҡыры (границаһы) булараҡ та файҙаланылған.Бөгөнгө көндә лә Мәкәштең көньяҡ ерҙәрен олораҡ кешеләр Ҡырла ҡыуағы, Ҡырла буйы,Ҡырла шишмәһе тип йөрөтәләр.



Берҡаҙан


54°17′21″ с. ш. 54°34′21″ в. д. (G)
Дәүләкән районы Асылыкүлдән алыҫ булмаған Берҡаҙан һаҙлығының атамаһы.

Был һаҙлыҡҡа иң яҡын торған боронғо башҡорт ауылдары Мәкәш һәм Ҡоръятмаҫ. Һаҙлыҡтың атамаһы Берҡаҙан (пеликан) ҡошо менән бәйле. Был һаҙлыҡ пеликандарҙың иң төньяҡтағы миграция урыны була Урындағы халыҡ балыҡтар менән туҡланыусы оло бүкһәле был ҡошто берҡаҙан тип атауы һоҡландыра.Исем халыҡ теленең ни тиклем теүәл һәм һығылмалы булыуын күрһәтә.1964 йылда сыҡҡан русса-башҡортса һүҙлектә пеликан ҡошоноң тәржемәһе юҡ.Берҡаҙан ҡошо һуңғы 70,-80-се йылдар эсендә бөтөнләй был яҡтарға осоп килеүҙән туҡтай,сөнки уларға оялар өсөн шарттар булмай башлай.
Тағы ла бер атама "Дөйә кисеүе".

Ҡолман шарынан Алама ерек аша Берҡаҙан һаҙлығының тәрән батҡылыҡтарын үтеп сыға торған ышаныслы һуҡмаҡтар булған. Был һуҡмаҡтар элегерәк күсмә тормош ваҡытынан ҡалған атама менән Дөйә кисеүе тип йөрөтөлә.Халыҡ телендә Дөйә батҡан исеме лә билдәле.Тимәк,бында,Берҡаҙан һаҙлығында,дөйәләр үтерлек урындар ҙа булған,ә һуңыраҡ ошо урында Ахун ауылы барлыҡҡа килә. Оҙаҡ йылдар Ахун халыҡ телендә Дөйә кисеүе булып йөрөй.


Информатор:Фания Кутлубулатова