Мәрхүмдәрҙе Ислам ҡануны буйынса оҙатыу
Мәйетте оҙатҡанда үтәләсәк ғәмәлдәргә (фарыз кифая ғәмәлдәргә) шулар инә:
1.Мәйетте йыуыу.
2.Кәфенләү.
3.Йыназа намаҙы уҡыу.
4.Мәйетте күмеү.
Мәрхүмдәрҙе мосолман йолаһы буйынса тәрбиәләү
[үҙгәртергә]Мәрхүмдәрҙе, тәрбиәләп, мосолман йолаһы,Ислам ҡануны буйынса оҙатыу - фарыз кифая.
Мәйеттәр ғәмәлдә бысранмаған була. Ләкин Аллаһ хозурына таҙа, таһәрәтле барыуҙары өсөн мәйетте йыуыу талап ителә. Шланг менән һыу һиптереп йыуыу динебеҙ йолаһына тап килмәй.
Мәйетте мәрхүмдең иң яҡын кешеләре йыуа. Яҡындарынан йыуырҙай кеше юҡ икән, ул сағында был ғәмәлде башҡа берәй мосолман кеше атҡара.
Мәйетте йыуыу, кәфенләү ауыр эш түгел. Әммә был эште мәсеттән саҡырылған мөәзиндәрҙең башҡарыуы хәйерлерәк. Сөнки динебеҙ ҡанундарын яҡшы белеүсе, теүәл үтәүсе кешегә тапшырыу, әлбиттә, яҡшы була.
Бәғзе берәүҙәр мәрхүмдәрҙе тәрбиәләүҙән: йыуыуҙан, кәфенләүҙән, ҡәбер ҡаҙыуҙан, табутты күтәрешеп барыуҙан тартына. Төшкә инер, гел генә күҙ алдында булыр, тип фараз итә улар.
Мәйеттәрҙе йыуыу, кәфенләү - бик сауаплы эш. Яҡты донъя менән хушлашып, мәңгелек йортҡа китеүсе ҡәрҙәшебеҙгә (дин ҡәрҙәшебеҙгә) кешелек һәм мосолманлыҡ бурысын атҡарып, ҙур изгелек эшләгән була ул кеше. Сөнки мәрхүмдәрҙе мәңгелек йортҡа оҙатыу - тереләрҙең бурысы. Был ғәмәл - фарыз кифая.
Мәйетте йыуғанда, резина бирсәткәләрҙе ҡулланырға мөмкин. Аллаһ Тәғәлә үә тәбәрәкә мәйеттәргә рәхмәт һәм мәғфирәт (ғәфү) әйләһә икән. Мәрхүмдәрҙең һәр ҡайһыһы, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшеп, йәндәре Йәннәттә булһын. Көнө бөтөп, әжәле еткән һәр кемдең, мәңгелек йортҡа күскәндә, иманы юлдаш булһын. Амин.
Тәһәрәт һәм ғөсөл
[үҙгәртергә]Мәсеттәрҙә махсус улаҡтар бар. Улар мәйет йыуғанда ҡулланыла.
Мәйетте, күтәреп, улаҡҡа һалалар. Арҡаһына ятҡырыла, йөҙө өҫкә ҡарай.
Әгәр ҙә мәйетте йыуа торған урын киң икән һәм мәйетте, улаҡта ятҡан килеш, бороп йөрөтөрлөк иркен икән, ул саҡта мәйеттең аяҡтары ҡиблаға ҡаратып һалына. Был осраҡта баш яғы өҫтәрәк (юғарыраҡ) һалына. (Улаҡ шулай ҡуйыла.) Мәйеттең йөҙө ҡиблаға йүнәлтелгән була.
Мәйетте йыуған ерҙә (бүлмәлә) йыуыусы һәм уның ярҙамсылары ғына була. Бүтән кешеләрҙең инеп-сығып йөрөүен туҡтатып торорға кәрэк. Улаҡҡа һалған ваҡытта, улаҡтан алған саҡта, өҫтәмә ярҙамсыларҙың кәрәк булыуы ихтимал. Ундай саҡта уларҙы саҡырып индерәләр.
Мәйетте йыуыусы кешенең таһәрәтле булыуы мотлаҡ. Таһәрәтһеҙ килеш йәки ҡатын-ҡыҙҙың күреме килгән саҡ икән, мәйетте йыуыу - мәкруһ. Мәйетте йыуғанда һөйләшеү тыйыла. Фәҡәт кәрәк һүҙ (мәйетте йыуыуға ҡағылышлы кәрәкле һүҙҙәр) генә әйтелә.
Мәйетте йыуа башлар алдынан йыуасаҡ кеше ңиәт ҡыла: «Ошо мәйетте таһәрәтләндерергә һәм ғөсөлләндерергә ниәт ҡылдым».
Йыуыуҙы: «Бисмилләһир-рахманир-рәхим» тип башлайҙар, һәм ошо доғаны мәйетте йыуа башлағандан алып йыуыуҙы тамамлағанға ҡәҙәр ҡабатлайҙар: «Ғуфранәкә йә Рахмән».
Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе: «Рахман булған Раббым мәғфирәтеңде (Ғәфү итеүеңде) теләйем».
Йыуыу тәртибе
[үҙгәртергә]1.Истинжә алдырыла: йыуыусы, сепрәкте бармаҡтарына урап, мәйетте истинжә ҡылдыра (осаһын таҙалай), өс мәртәбә истинжә ҡылдырыу кәрәк. һәр мәртәбәһендә сепрәк алыштырыла һәм яңы сепрәк ҡулланыла.
Иғтибар итегеҙ: йыуған, кәфенләгән саҡта мәйеттең ғәүрәт ерҙәре даими ябылған (ҡапланған) булырға тейеш.
2.Таһәрәт алдырыла:
а)ауыҙы, танауы мәсехлэндерелә. Ауыҙ йәки танау эсенә һыу индерелмәй. Йыуыусы, сепрәкте бармаҡҡа урай һәм уны (сепрәкте) еүешләй. Ана шул еүеш сепрәк менән мәйеттең ирендәрен, танау тишектәрен мәсехләндерә (һөртөп таҙарта);
б)битен йыуа (өс мәртәбә);
в)ҡулдары йыуыла (иң элек - уң ҡулын, унан һул ҡулын) - өс мәртәбә йыуыла;
г)башына мәсех ҡылалар. Еүешләнгән сепрәк менән сәстәрен аралап һөртөү (өс мәртәбә). Муйынына, ҡолаҡтарына мәсех ҡылыуҙың кәрәге юҡ;
д)аяҡтары йыуыла (өс мәртәбә). Иң тәүҙә - уң аяғы, унан һуң һул аяғы йыуыла. Аяҡтарҙы йыуыу - шайтан ашыҡҡа тиклем.
Таһәрәтләндереү тамамланғас, мәйетте ғөсөлләндерәләр.
Ғөсөл
[үҙгәртергә]1.Мәйеттең сәстәре һәм бөтә башы йыуыла (өс мәртәбә).
2.Һул яҡ ҡабырғаһына ятйырып (һул яғына бороп һалып), уң яғы йыуыла ( өс мәртәбә).
3.Уң яҡ ҡабырғаһына ятҡырып (уң яғына бороп һалып), һул яғы йыуыла (өс мәртәбә).
Иғтибар: тәүҙә уң яғы йыуыла, шунан һуң -һул яғы. Шуның менән ғөсөлләндереү тамамлана.
Ғөсөлләндергәндән һуң мәйетте ултыртҡан һымаҡ әҙ генә ҡалҡытып, ҡорһағын өҫтән аҫҡа ҡарай һыпыралар. Был саҡта бер аҙ баҫым яһала. Шулай иткәндә, мәйеттең осаһынан нәжес сыҡһа, нәжесен һыу ҡойоп, йыуып ебәрәләр (улаҡ буйлап ағыҙып ебәрәләр).
Нәжесе сыҡты тип, мәйетте яңынан таһәрәтләндереүҙең кәрәге юҡ.
Йыуғандан һуң, таҫтамал йәки сепрәкте мәйеттең тәненә тейгеҙеп- тейгеҙеп, киптерәләр, ҡороталар.
Һуңғы кейем
[үҙгәртергә]Әҙәмде, ғәләйһис-сәләм, Аллаһ тупраҡтан (ҡыҙыл балсыҡтан) яралтҡан. Әҙәм балалары, фани донъяла көнө бөткәс, тупраҡҡа ҡайтарыла.
Мәрхүмдәргә затлы кейемдәр кейендереп ҡәбергә һалыуҙың һис кәрәге юҡ. Ҡәберҙе ҡаҙып асып, затлы кейемдәрҙе, затлы әйберҙәрҙе урлау борон да булған, әле лә бар, Аллаһ һаҡлаһын! Шуға күрә лә мосолмандарҙа, мәйеттәрҙе пак кәфенгә төрөп, ябай һәм арзанлы итеп ерләү хуп күрелә һәм шулай ҡанунлаштырылған.
Ирҙәрҙең Ахирәт кейеме өс өлөштән тора:
1.Ахирәт күлдәге.
2.Изар.
3.Лифәфэ
Ахирәт күлдәге - муйын тәңгәлендә иҙеү уйылған һәм мәйеттең муйынынан аяҡ остарына тиклем етеп торған кейем.
Изар - баштан аяҡҡа ҡәҙәр кәүҙәне төрә торған туҡыма.
Ҡатын ҡыҙ мәйетенә бынан тыш күкрәк ябыуы ябыла. Күкрәк ябыуы изарҙың өҫтөнә ябыла.
Лифәфә менән мәйет икенсе мәртәбә төрөлә.
Кәфенлекте алдан әҙерләп ҡуйырға яраймы
[үҙгәртергә]Әлбиттә, ярай. Ирҙәр, мәҫәлән, сәллә кейә. Сәллә матурлыҡ өсөн дә, бүтәндәрҙән айырылып торор өсөн дә түгел, ә бөтөнләй икенсе маҡсатта кейелә.
Ир-ат йыш ҡына сәфәрҙә була. Өйҙән ситтә вафат була ҡалһа (кешеләрҙән бер кем дә әжәленең ҡасан һәм ҡайҙа килерен белмәй), башындағы сәлләһе - кәфенлек итеп файҙаланыла.
Сәлләнең мәғәнәһе шунда: «Әлхәмдү лилләһи, йәшәүемде дауам итәм, Ахирәтте иҫтә тотам», - тигән уй менән кейә мосолмандарҙың ир-аты. Тимәк, ир-ат кәфенлеген хатта һәр саҡ янында йөрөтә. Шул миҫалдан гына ла кәфенлекте алдан әҙерләп ҡуйыуҙың һис ғәйебе юҡ икәне аңлашыла.
Кәфенлек өсөн аҡ туҡыма файҙаланыла. Иң арзанлы туҡыма булыуы яҡшы. Сөнки артыҡ сығым тотоноуҙың исрафҡа юлыҡтырыуы мөмкин.
Ирҙәргә - һигеҙ метр, ҡатын-ҡыҙға ун метр туҡыма әҙерләү тейешле. Әгәр ҙә кеше бик буйсан икән, был самаға тап килмәй. Шуға күрә лэ туҡыманы күберәк әҙерләү кәрәк була.
Ғөмүмән, кәфенлекте мулыраҡ әҙерләүҙең зыяны юҡ.