Мәсем тауы

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Мәсем тауы — Бөрйән районы ерлегендә тарихҡа бай, әле күп серҙәрҙе үҙендә һаҡлаған бейек тауҙарҙың береһе.

Stairs to the top of the mountain Masim (South Urals).jpg

Уның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 1048 метр. Тау итәгендә бер-береһенә терәлеп ятҡан ҙур-ҙур яландар, сабынлыҡтар күп.

Мәсем тауы географик тоҙатошо, һауаһы, үҫемлектәр донъяһы яғынан үҙенсәлекле тау ул. Йәйен еләҫ, һалҡынса, томанһыҙ. Ләпәкәй, серәкәй кеүек бөжәктәр унда булмай, булһа ла, бик һирәк.

Урманында ағас еләге, муйыл, мышар, балан кеүек емеш ағастары бар. Иҙел буйында был емештәр бешеп өлгөрһә, Мәсемдә !әле олгормэгәп була. Ә инде Иҙел буйында емештәр, бешеүҙән үтеп, ҡойола башлаһа, Мәсем тауында һутҡа тулышып бешә. Һаҙ йыуаһы, яландарында шартый, урыны менән турғай еләге бар.

Бында Собханғол, Мәндәғол ауылы йәйләүҙәре булды. Собханғол Мәсеме ҙур ялан, ҡап уртаһында тороп генә шишмәһе лә бар. Яландың бер яҡ осонда Иҫке Собханғол, икенсе яғында Ишдәүләт ауылы йәйләгән ерҙә уртаҡ бер шишмәһе булған.

Мәсемдең Мәндәғол яҡлап бейек ҡаялы өлөшө Текәтау тип йөрөтөлә. Мәсем түбәһендә Ҡыҙҙар ташы, Ыласыиташ, Ҡоҙғон ташы тип йөрөтөлгән ҡаяташтар бар. Аҫта яланда шишмәһе лә бар. Был ерҙә яҙ көндәре шул тирәләге йәйләүҙәрҙең кешеләре килеп уйнап-көлөп, күңел асыр булғандар. Ҡыҙҙар ташының башы тигеҙ, шыма, унда 15-20 кеше бейеп-уйнарлыҡ булған. Шунда йәш ҡыҙҙар бейеп күңел асҡандар, исем шунан ҡалған.

Ыласынташында иһә бер нисә урында ыласын оялаған, бала сығарған була. Ҡоҙғон ташына иһә ҡоҙғон оялаған, исеме шунан ҡалған.

Йәй көндәре кисен был таш-ҡаяларҙың бейеклегенән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы уттар күренә. Был тауҙар әле лә үҙенең матурлығын, бөйөклөгөн юғалтмаған. Элегерәк бында килгән кешеләр теләк теләп көмөш аҡса һипкән — был шулай тейеш һаналған.

Википедияла

Яландың икенсе яғынан Сыбар ҡонан исемле асыҡлыҡтар һуҙыла. Шул уҡ йәйләү кешеләре үҙҙәренә күрә ат сабыштырып, аттарын һынағандар. Йәйләүҙең бер йәш аты алдынғылыҡты алған, шул атты данлап ошо исемде биргәндәр. Был юлдарҙы малай саҡта бесәндә ат башында, бесәнселәргә ҡымыҙ, ойотҡан, ҡорот ташығанда ҡарттарҙың һөйдәүҙәрен ишетеп-белгәндәрҙән, иҫтә ҡалғандарҙан яҙҙым.

Абдулла ВАҺАПОВ, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны."Таң" гәзите, 28.08.2012. №99 (9427)