Мәһәҙей ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан
Википедияла

Мәһәҙей ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары

Мәһәҙей ауылы—Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының береһе.

Ҡорлаҡты йылғаһы[үҙгәртергә]

Был йылға тау башында (силос соҡороноң аҫ яғында) башланған урынынан ике саҡырымдай ер өҫтөнән аға. Шунан сума ла, саҡырым ярым үткәс, тағы ер өҫтөнә урғылып сығып, Ирәле үҙәге буйлап, түбәнгә аға. Ошо ер өҫтөнән түбән яҡта аҡҡан өлөшөн генә Ҡорлаҡты йылғаһы тип йөрөтәләр. Аҙаҡ бер моронға барып төртөлә яҙып, Әүжән яғына ҡарап аға. ("Таң" гәзите, Фәнүзә Ишбаева)

Оролоҡарағай яланы[үҙгәртергә]

("Таң" гәзите, СӘЙҘӘ СӘЙӘХОВА)

Был ерҙәрҙә элек ҡарағайлыҡ урманы булған. Ағастарында ҡош-ҡорттар һайраған, бала сығарған. Урман хужалары -айыуҙар йөрөгән, төлкө, ҡуян, терпе һәм башҡа бик күп урман йәнлектәре йәшәгән. Әкренләп һомғол ҡарағайҙарҙы ҡырҡып бөткәндәр. Йәнлектәре, ҡоштары ла, икенсе ерҙәрҙе төйәк итеп, ташлап киткәндәр. Тик, нисектер, бер нисә ағас араһында ороһо булған мөһабәт ҡарағай ултырып ҡалған. Шуға ла был яланға Оролоҡарағай исеме бирелгән.

Алтымөйөш яланы[үҙгәртергә]

("Таң" гәзите, СӘЙҘӘ СӘЙӘХОВА)

Элек Мәһәҙей ауылы менән Ҡағы ауылы араһында ауылдар булған. Хәҙерге Алтымөйөш яланында бер ауыл булып, халыҡ йәшәгән. Ундағы халыҡты урыҫ халҡы бик ыҙалатҡан. Уларҙың малдарын талап алып киткәндәр. Башҡорт халҡы уларға ҡаршы торған. Шулай бер көндө урыҫтар, был ауылдың ерҙәрен тартып алыу өсөн, һөжүм иткәндәр, ауылдарын яндырғандар. Халыҡ ауыл төпкөлөнә ҡасҡан. Ундағы өйҙәрҙән алты мөйөшлөһө генә ултырып ҡалған. Шунан башлап был тирәне Алтымөйөш яланы тип йөрөтә башлағандар.

Ирек ҡотоғо[үҙгәртергә]

("Таң" гәзите, СӘЙҘӘ СӘЙӘХОВА)

Был хәл һуғыштан һуң булған. Заманалар ауыр, аслыҡ, яланғаслыҡ. Халыҡ "таяҡ"ҡа эшләгән ваҡыт. Эш нормаһын үтәһәң, аҙыҡ була, үтәмәйһең икән - һорама. Ҡатын-ҡыҙҙарға бигерәк тә ауырға тура килгән, сөнки ир-егеттәрҙең күбеһе һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, ҡул көсө етешмәй.

Шулай бер ваҡыт эш өҫтөндә Хөснә исемле инәй ауырып китә һәм ир бала донъяға килә. Эргәлә генә ҡотоҡ була. Тыуғас та баланы ҡотоҡ һыуына йыуындыралар һәм Ирек тип исем ҡушалар. Хәҙер ҡотоғон Ирек ҡотоғо тип йөрөтәләр.

Киндерҙебуй[үҙгәртергә]

("Таң" гәзите, СӘЙҘӘ СӘЙӘХОВА) Ул ерҙә элек-электән киндер үҫкән. Ауыл халҡы киндерҙән кейем-һалым, тирүгә һ.б. эшләгән. Ундағы үҙәк бик оҙон һуҙылған. Шуға ла халыҡ был үҙәкте киндер буйы йәки Киндерҙе буйы (Киндерҙебуй) тип йөрөтә башлаған икән. •

Арҡа буйҙары[үҙгәртергә]

("Таң" гәзите, СӘЙҘӘ СӘЙӘХОВА)

Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған һәр тарих ҡомартҡыға бәрәбәр. Боронғолар емеш-еләк йыйыу, һунарсылыҡ итеү өсөн күсеп йөрөгәндәр. Хәлһеҙерәктәрен йөкмәп алып йөрөр булғандар. Был күренеш "арҡалап йөрөтөү" тип аталған. Хәҙер ҙә ололар һөйләшеүендә шундай һүҙбәйләнештәр бар. Мәҫәлән, "атаһына арҡалана", "туғандарына арҡалана" һ. б.

Мәһәҙей ауылы халҡы ауылдың көнбайыш өлөшөндәге тау һырттарын Арҡа буйҙары тип йөрөтә. Аслыҡ йылдарында ауыл халҡы был ерҙәрҙең үләндәре, еләк-емеше, бәшмәге менән туҡланған, йылынырға утынын ташыған. Ҡыҫҡаһы, ошо тау буйҙарының байлығына таянып, арҡаланып көн күргән.

С. СӘЙӘХОВА, Мәһәҙей мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте укытыусыһы. Исемдәр тарих һөйләй

Фәнни-эҙләнеү эше “Урал батыр эҙенән”[үҙгәртергә]

Минең эҙләнеү эшемдең темаһы[үҙгәртергә]

“Урал батыр эҙенән” тип атала. Ни өсөн мин был теманы һайланым? Бер көндө фотолар ҡарап ултырғанда Шүлгәнташ мәмерйәһендә төшкән фотоны күреп ҡалдым. Шүлгәнташ мәмерйәһендә мин бик күп нимәләр күрҙем. Бейек таш мәмерйә. Ҡараңғы мәмерйәнең баҫҡыстары буйлап өҫкә күтәреләһең. Мәмерйәнән һалҡын шишмә ағып сыға. Мин әсәйемдән һораным.Ни өсөн был мәмерйә Шүлгәнташ тип. Әсәйем миңә Урал батыр тураһында әкиәт , эпос барлығы тураһында һөйләне. Мин Урал батыр тураһында ҡыҙыҡһына башланым һәм ошо эҙләнеү эшенә тотондом.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты[үҙгәртергә]

Урал батыр тураһындағы эпос менән танышыу, эргә- тирәләге Урал батырға бәйле ер-һыу тураһында күберәк мәғлүмәт алыу, уға бәйле урындар менән танышыу киләсәк быуынға ҡалдырыу. Гипотеза:Урал батыр эпосы аша тирә-яҡты өйрәнеү.

Бурыс[үҙгәртергә]

Урал батыр менән бәйле урындарҙы күреү, уларҙы өйрәнеү, тураһында мәғлүмәт өйрәнеү, белеү; Уларҙың ҡайҙа урынлашҡанын асыҡлау.

Эҙләнеү эшенең этаптары[үҙгәртергә]

  1. Урал батыр эпосы менән танышыу.
  2. «Дейеү тауҙары» тураһында белешеү.
  3. Уралбатыр ҡәберен күреү.
  4. Йәншишмә һыуы тарихын белеү.

Төп өлөш[үҙгәртергә]

Мин иң тәүҙә Урал батыр тураһындағы эпосты уҡып сыҡтым һәм үҙемде ҡыҙыҡһындырған бик күп нимәләрҙе белдем. Унда Йәнбикә ҡарсыҡ менән Йәнбирҙе ҡарттың кеше аяғы баҫмаған ерҙәрҙә йәшәүе, Урал һәм Шүлгән исемле улдары булыуын асыҡланым.Урал батырҙың бик көслө , яҡшылыҡ һәм дөрөҫлөк яғында булыуы,ҡыйыулығы,батырлығы мине бигерәк ҡыҙыҡһындырҙы. Урал батырҙың үлемде эҙләп йөрөүе, Йәншишмәне табыуы, дейеүҙәр менән көрәшеүе һоҡландырҙы, ағайы Шүлгәндең дейеүҙәрҙе яҡлауы - бөтәһе лә мине аптыратты.Ошо ҡыҙыҡһыныу миңә бик күп нәмәләрҙе белергә ярҙам итте...

Уҡыу башланыр алдынан, беҙ атайым, әсәйем менән Белорет ҡалаһына уҡыуға барыуға кейем алырға барҙыҡ. Юлда барғанда мин бейек тауҙарҙы, урмандарҙы ҡарай-ҡарай барҙым. Ауылыбыҙҙан алыҫ түгел бейек тауҙар теҙмәһе бар. “Был тауҙарҙы “Дейеү тауҙары” тип йөрөтәләр” - тине атайым. Ысынлап та бейек матур тауҙар ул. Уны күреүебеҙ тураһында һөйләп китергә булдым.

Дейеү тауҙары[үҙгәртергә]

Урал батырҙың көслө булыуын, дейеү батшаһы Әзрәҡәне, башҡа дейеүҙәрҙе тураҡлағанын белдем. Урал, аяуһыҙ һуғышып,
Дейеүҙәрҙе ҡырған, ти,
Шул саҡлы улар үлгән, ти -
Киң диңгеҙҙең өҫтөндә
Тау барлыҡҡа килгән, ти.

Шунан Урал Әзрәҡә менән осрашҡан. Ул дейеүҙәр менән көн, төн, ай, йыл һуғышҡан һәм тураҡлап ташлаған, ти. Әзрәҡә шулай үлгән,
Имәнес ҙур кәүҙәһе
Һыуҙы урталай бүлгән
Халыҡҡа менеп торорға,
Йәйрәп хәл йыйырға
Ҙур бер яман тау булған, ти.

Дейеүҙәрҙең кәүҙәһенән ҙур тау барлыҡҡа килгән,ти. Ошо тау ололар һөйләүенсә “Дейеү тауҙары” тип атала. Был тау беҙҙең Мәһәҙей ауылы менән Белорет районы Ҡағы ауылы араһында урынлашҡан. Мәһәҙей ауылы элек, граждандар һуғышына тиклем, хәҙерге Белорет районы ерендә урынлашҡан булған.Әүжән, Ҡағы заводтары асылғас, был ерҙәргә урыҫтар күпләп күсеп килеп йәшәй башлағандар. Урыҫтар менән башҡорттар араһында гел генә талаш сығып торған. Шул ваҡытта Мәһәҙей ауылы бер нисә тапҡыр яндырылған. Ауылдары янғас халыҡ яйлап күсеп килеп Мәмбәтһыпы йылғаһы буйында төйәкләнеп нығынған.

Мәһәҙейҙең оло быуын кешеләре шул тауҙарҙы Дейеү тауҙары тип йөрөтәләр.Ул тауҙар тураһында миңә атайым һөйләгәйне. Уға уның элекке уҡытыусыһы Хәсәнов Вәхит Сәғит улы һөйләгән. Вәхит олатайҙың олатаһы Мансур олатай ауыл тирәһендәге тау, урмандар тураһында бик күп мәғлүмәттәр биргән. Вәхит олатай һөйләүенсә ,боронғо бер картала ошо тауҙар “Дейеү тауҙары”(Гора Дейвов, Дейвовские горы) тип яҙылған.(Ҡыҙғанысҡа күрә был картаны мин таба алманым). Мин атайым менән ошо тауҙарҙы барып тағы берҙе ҡарап фотоға төшөрөп алдым.

Был мәғлүмәт тураһында мин Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының элекке директоры Янбаева Вәсилә Әхәт ҡыҙы менән һөйләштем.Ул бына нимә тине:“Ошо тауҙар элекке картала Дейевойские горы тип яҙылған ине, тик ул карта миндә лә һаҡланмаған.”Шулай итеп карта булмаһа ла халыҡ телендә ул Дейеү тауҙары тип йөрөтөлә.Ул тауҙарға ҡараһаң ,ысынлап та ҙур имәнес кәүҙәле дейеү ятҡан кеүек күренә.

Урал батыр ҡәбере[үҙгәртергә]

Сәйәхәтемде Урал батыр ҡәберенә барып дауам иттем. Урал батырҡәбере Белорет районы Әүжән һәм Исмаҡай ауылы араһындағы ҡуйы урман эсендә урынлашҡан. Тәүҙә тигеҙ юлдан бараһың.Шунан урман эсендәге тар юлдан оҙаҡ ҡына барырға тура килә. Ҡуйы урман эсендә урынлашҡан.Ҡәбер тураһында Әүжәндә кешеләрҙән һораштыҡ. Мәһәҙей ауылы халҡы элек -электән Әүжән урыҫтары менән ҡатнашҡан, таныш, белеш, знакум булып йәшәгән. Илдар апа һөйләүенсә, бер оло олатай, Женяның олатаһы(Үкенескә ҡаршы ул үлеп ҡалған) :”Һеҙ белмәйһегеҙҙер әле Урал батырҙың ҡәбере барлығын”,-тип һөйләгәс, беҙ уны барып ҡараныҡ. Элек был урында таштан өйөлгән ҡәбер булған. Ҙур таш ҡуйылған ине. Әлеге ваҡытта Урал батыр ҡәбере матур итеп кәртәләнгән. Бейек ташҡа доғалар, Урал батыр эпосынан өҙөктәр яҙылған, ҡуйылған. Уны Өфөнән кешеләр килеп кәртәләгәндәр. Ҙур ғына бура менән буратып ҡуйғандар. Бура бик ҙур, сөнки атайым әйтеүенсә борон кешеләр ҙур кәүҙәле булған. Урал батыр ҙа ҙур кәүҙәле тип фараз ителә. Урал барған юлдарҙан
Халыҡ эйәреп барған....
Уландарым, Һеҙгә әйтәм
Мин әрсегән ерҙәрҙән
Кешегә байман табығыҙ,
Яуҙа булһа,баш булып,
Кешегә ил ҡороғоҙ.
Данлы батыр булығыҙ,
-Аҡбуҙатым ,булатым,-
Илдә тороп ҡалыр ул.
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ.

Оло кешеләр ҡәбер янына килеп доға ҡылалар, үлгәндәрҙе иҫкә төшөрәләр.

Алла шишмәһе. Йәншишмә һыуы. Сажелка[үҙгәртергә]

Белорет ҡалаһына китеп барғанда Ҡағы ауылы эргәһендә Сажелка тигән шишмә бар. Урыҫтар уны Сажелка тип йөрөтәләр. Урыҫтарҙың һөйләүенсә был шишмәнең тарихы ошолайыраҡ: 19 быуатта холера тигән ҡурҡыныс ауырыуҙан бик күп кеше һәләк булған. Үлгән кешеләрҙе хатта күмергә ҡәбер ҡаҙырға ла өлгөрә алмағандар, шуға ла уларҙың бик күптәрен бер ҡәбергә бергә күмгәндәр. Сергей исемле сиркәү етәксеһе тәреләр менән сығып ошо шишмә янында суҡынғандар. Ошо шишмәнән генә һыу эсә башлағас ҡына, ауырыу туҡтаған.

Әбйәлил районы Хәмит ауылында йәшәүсе башҡорттар был шишмәне “Алла шишмәһе” тип йөрөткәндәр. Улар һөйләүенсә уның тарихы ошолайыраҡ: ”Элек бер ваҡыт көслө ҡоролоҡ булған. Ер ярылған,һыуҙар ҡороған, үләндәр кипкән.Шул ваҡыт башҡорттар күмәкләп ошо тауҙа теләк теләгәндәр. Шул ваҡыт ер аҫтынан шишмә урғылып сыҡҡан. Алла беҙҙе ишетте, ярҙам итте тип халыҡ ҡыуанған. Шуға ла был шишмә “ Алла шишмәһе” тип аталған. ” Был тарихты миңә Мәһәҙей ауылында оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләүсе Ишбаева Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы , Һарғая ауылында йәшәүсе Янбаева Вәсилә Әхәт ҡыҙы һөйләне. Һарғаяла йәшәүсе Мансур олатай :”Өләсәйем гел генә ошо шишмә янына туҡтап һыу эсеп, доғалар уҡып,теләктәр әйтеп китә торғайны”- тип һөйләне.

Беҙҙең Мәһәҙейҙең оло кешеләре уны Йәншишмә һыуытип тә атайҙар ине. Бәлки уның һыуы шифалы булған өсөндөр, бәлки ысынлап та ҡоролоҡ ваҡытындағы ваҡиғалар өсөндөр?… Был һорау минең өсөн асылып бөтмәне. Шулай ҙа Урал батыр эпосында Йәншишмә тураһында бик күп яҙылған . Йәншишмәнең һыуын Урал батыр эсмәгән тирә-яҡҡа бөрккән. Бар халыҡты эйәртеп,
Урал юлға сыҡҡан, ти,
Һыуын уртлап алған, ти.
Үҙе сапҡан юлына,
Дейеүҙән өйгән тауына
Һыуҙы шунда бөрккән,ти.
“Тау-урмандар йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,
Ҡошо һайрап маҡтаһын,
Халҡы йырлап хуплаһын,
Ерҙән ҡасҡан дошмандар
Бары күреп һоҡланһын.
Ир һөйөргә ил булып,
Ер һөйөргә бағ булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып,
Балҡып торор ер булһын”
Һыу һипкән еренән
Ҡарағай, шыршы үҫкән,ти...
Мәңге йәшел ҡалған, ти...

Хәҙерге заманда был шишмә янынан үткәндә гел генә кешеләрҙең был шишмәнән һыу алыуҙарын күргәнем бар. Был шишмәнең һыуы бик оҙаҡ иҫкермәй тиҙәр. Һыуы бик шифалы, файҙалы тиҙәр.

Йомғаҡлау[үҙгәртергә]

Шулай итеп, мин Урал батыр эҙҙәре буйлап йөрөп сыҡтым. Ауылымдан алыҫ булмаған урындарҙы күреп, тарихы менән ҡыҙыҡһындым. Эҙләнеү эшемдең аҙағында мин ошондай һығымтаға килдем. Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы булған «Урал батыр» эпосын уҡып мин бик күп нимәләрҙе белдем. Дейеү тауҙарын, Урал батыр ҡәберен, Алла шишмәһеме әллә Йәншишмә һыуымы, Сажелкамы- ҡайҙан ағыуын күрҙем. Халыҡ үҙенең ер-һыу атамаларын, уларҙың ни өсөн шулай аталыуын белергә тейеш тип уйлайым. Ололар тере саҡта ер-һыу атамалары тураһында белеп, уларҙан өйрәнеп, яҙып алып ҡалырға кәрәк. Беҙ уның тураһында киләсәк быуынға ла еткерергә тейешбеҙ.

Төҙөнө: Ишимов Тамерлан,Байназар урта мәктәбенең Мәһәҙей филиалының 4-се класс уҡыусыһы Етәксеһе: Хәсәнова Зинира Фазылйән ҡыҙы.

Мәғлүмәт буйынса шуны әйтергә кәрәктер:был дөрөҫлөккә тап килмәй. Имеш - мимеш кенә хәбәр,кемдер уйлап сығарған мәғлүмәт.

Сығанаҡ итеп алыу Ярамайҙыр, минеңсә.

[ [Категория:Бөрйән районы Мәһәҙей ауылы]]