Мөрйә (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Бәләкәй генә төпөрә, үргә ҡарап төкөрә.
- Өйә башында киле, уны белмәгән — тиле.
- Өй башында оҙон ағай.
- Ҡырҙа үҫкән ҡурай, ел сыҡҡанда, йыр һорай.
- Ауыл аша шайтан ҡарай.
- Һыңар күҙле бабай, һәр ваҡыт күккә ҡарай.
- Аяғы юҡ үрә баҫҡан.
- Мөгрәй-мөгрәй мөгрәгән, мөгөҙөн күккә терәгән.
- Өй башында бер ағай
Һыуыҡтарға ҡарамай һыбыҙғыһын һыҙғырта,
Тәмәкеһен борҡота.