Мөхәммәт бәйғәмбәр медицинаһы
Мөхәммәт бәйғәмбәр ҡулланған дауаланыу саралары
1. Кыст-әл-Һинди
Әсе порошок. Вируслы һәм бактерия инфекцияларына, тире бәшмәге сирҙәре, төрлө паразиттарға ҡаршы торорға ярҙам итә.
Бер ай дауамында көнөнә 5 тапҡыр һәр намаҙҙан һуң 1 балғалаҡ ҡабул итергә.
2. Ҡара әнис (тмин) (тимахинон)
Ас ҡарынға, ашар алдынан 30 минутта 1 балғалаҡ бал менән бергә эсергә.
Ҡара әнис ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ, балалар организмы өсөн файҙалы. Орлоғо составындағы минералдар, витаминдар, нигелла майы ммунитетты нығыта: организм инфекцияларға, токсиндарға, стресс факторҙарына ҡаршы тора.
С һәм Е витаминдары, шулай уҡ селен антиоксидант тәьҫиренә эйә, туҡыма күҙәнәктәренә зарар килтереүҙе тотҡарлай һәм ҡартайыу процестарын әкренәйтә.
Коферменттар составындағы витаминдар һәм минералдар әүҙемләштерә.
Медицинала эсәк-ҡарын сирҙәрен дауалағанда, косметологияла, ароматерапияла ҡулланалар.
- Бесәнгә йөрөгәндә инәйем ҡара әнис орлоҡтарын сәйгә һала торғайны, шулай уҡ икмәк ҡамырына, ашҡа ҡуша ине.
3. Алма һеркәһе (уксус)
1 стакан алма уксусы, 1 стакан бал, 2,5 мл һарымһаҡ һутын ҡушып, яҡшылап болғатырға. Шунан "һыу мунсаһы"нда йылытырға (ҡайнатмаҫҡа!)
Ашарға 30 минут ҡалғас, 3 тапҡыр 2 аҙна дауамында эсергә.
4. Имбирь
Патоген микробтарға ҡаршы тора.
Имбирь – 200 г, лимон- 100 г, бал – 100 г.
Имбирь менән лимонды ваҡ ҡына турап, блэндер ярҙамында болғатаһың.
Төнгөлөккә 1 балғалаҡ имбирҙе 1 стакан эҫе һыуға ҡушып болғатып эсергә.
- Имбирь Тәмләткес һәм шифалы үҫемлек
Имбирь тамыры (лат. Rhizoma zingiberis) ауыҙ ҡыуышлығы һәм тамаҡтағы шештәргә ҡаршы тороу көсөнә эйә.
Имбирь төнәтмә, шыйыҡса, сәй, порошок формаһында диңгеҙ ауырыуында, ашҡаҙан лайлалы тиресәһе ялҡынһыныуында (язва), аппетит күтәреү һәм ашты яҡшыраҡ үҙләштереү өсөн, атеросклерозға ҡаршы, май һәм холестерин алмашыуы боҙолғанда, ҡан тамырҙары торошон нормалләштереү өсөн ҡулланыла.
Баллы һәм лимонлы «имбирь сәйен» (отвар) һыуыҡ үтеп сирләгән саҡта файҙаланалар.
Имбирь компрестары баш, арҡа ауыртҡанда һәм хроник ревматизмды дауалағанда килешә.
Имбирь эфир майы ароматерапияла, псих-эмоция торошо боҙолғанда, терәк-хәрәкәт сирҙәрен дауалағанда, һыуыҡ үткәндә һәм вируслы сирҙәренә ҡаршы торғанда ҡулланыла.
Эҫе ингаляцияла, ваннала, ыуыныу маҡсатында, массажда һәм эскә эскәндә.
Имбирҙә гингерол (англ.) матдәһе бар, эс киткәндә файҙалы.
5. Хиджама (кровопускание)
Төрлө зарарлы ҡалдыҡтар йыйылған лимфаны таҙарта һ.б. "Ҡан яңыра".
Хиджама (кровопускание) — тәндең айырым нөктәләренән ҡанды һәм лимфаларҙан төрлө зыянлы ҡалдыҡтарҙы медицина банкалары ярҙамында һурҙыртыу.
Процедураның атамаһы «һурҙырыу» мәғәнәһендәге «әл-хажм» тигән ғәрәп һүҙенән килеп сыҡҡан.
Хиджама — организмды таҙарта торған боронғо алымдарҙың береһе. Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең сөннәте ул.
Ул бындай дауалау алымына йыш мөрәжәғәт иткән һәм уның файҙалы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алған.