Наган, алтатар, пистолет, револьвер (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Алты егет юлға сыҡҡан,
Алтыһы ла бәһлеүән,
Алты һуҡтым, алты типтем,
Уң битенән сыҡты ҡан. - Бәләкәй генә ҡалай,
Эсендә йүгерек малай. - Бәләкәс кенә бөк(ө)рө,
Алыҫ ергә төкөрҙө. - Биш туғандың биле бөк(ө)рө,
Биле бөк(ө)рө булһа ла
Алыҫҡа төкөрҙө.