Науразбай тауы
Науразбай тауы
[үҙгәртергә]Байназар ауылында Ағиҙел йылғаһы буйлап бер саҡрым самаһы үрҙә уң яҡлап Кәлтәгәү йылғаһы килеп ҡоя. Бик матур йылға ул. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән бәрҙе балығы бар. Кәлтәгәү тамағында ярайһы ғына бейек тау ҡалҡып ултыра. Науразбай тауы тип йөрөтәләр уны.
Исеменең сығышын ололар былай тип аңлата.
Бабсаҡ нәҫеленән булған Сысҡанғол исемле ир-егеттең йәйләүе ошо тауҙың аҫтында булған. Үҙенең күпселек ғүмерен ул Ағиҙелдә һәм Кәлтәгәү йылғаһында балыҡ тотоп үткәргән. Ошо шөғөлө арҡаһында ул һыу сысҡаны, йәғни “Көшөл” тигән ҡушамат алған. Ошонан инде Сысҡанғолдоң нәҫел-нәсәбе “көшөлдәр” араһы тип аталып киткән.
Сысҡанғолдоң нигеҙе уның оло улы Науразбайға ҡалған. Науразбай, атаһы кеүек, ыҙмала (ауылда) аҙ йәшәгән, ә күпселек ваҡытын йәйләүҙә үткәргән. Хәлле йәшәгән, малы күп булған. Оҙонтуғай, Урыҫ көрөгө, Иҙәле, Ҡайынйорт, Нөгөш буйында йәйләүҙәре булһа ла, Кәлтәгәү йылғаһы тамағында урынлашҡан тау аҫтындағы йәйләүен төп йәйләүем тип иҫәпләгән. Тауҙы бер кәбән бесән менән тиңләп, был йәйләүгә Ағиҙел боҙо китмәҫ элегүк күсеп сыға торған булған. Ысынлап та, был тау бик иртә ҡарҙан әрселә һәм малын шунда сығарып ҡалһа, бер кәбән бесәне янға ҡала, тигән һүҙ.
Был тауҙы уның исеме менән Науразбай тауы тип атай башлайҙар.
-
Науразбай тауы.
-
Науразбай тауынан күренеш.
-
Науразбай тауынан күренеш
Башҡорт Википедияһында Байназар ауылы тураһында мәҡәлә бар |