Нерв системаһын көйләү
Дарыуханаларҙа һатылмай торған дауа
[үҙгәртергә]йәки Бөгөнгө тиҙ ритмлы тормошта организмды нисек дөрөҫ көйләргә
Әлиә Сәйғәфәрова кәңәштәре
Ҡайһы саҡта ниндәйҙер сирҙән һауығыу өсөн... яҡшы һәм уңайлы ял итеп алыу ҙа етә. Сөнки күп ауырыуға организм йонсоуҙан, иммунитет төшөүҙән бирешә.
Белеүегеҙсә, кешенең тәне менән парасимпатик һәм симпатик нервы системалары идара итә.
Симпатик нервылар йәшәү шарттарына яраҡлашыуға, тышҡы сиктәрҙе күҙәтеүгә, әүҙемлеккә яуап бирә. Йәғни маҡсатҡа барыуға, нимәгәлер өлгәшеүгә, көрәшкә, яулашыуға хеҙмәт итә.
Ә парасимпатик нервы системаһы— беҙҙең тыл. Ул организмдың ресурстарын тултыра, гормондарҙы яйлай, яраларҙы уңалта, файҙалы матдәләрҙе йыя, иммунитетты күтәрә.
Бөгөн... симпатик нервыларыбыҙ көсөргәнештән туҡтай алмай. Беҙ интернет аша аралашып, шундағы мәғлүмәтте ҡабул итеп.., арыйбыҙ.
Парасимпатик нервыларҙың ярҙамынан тыш симпатик нервылар менән генә алыҫ китеп булмаҫ ине.
Интернетта бер тутауһыҙ соҡоноуҙан, аудиокитап, наушниктарҙа көй тыңлауҙан, электрон китаптарҙан невыларығыҙ ярһып эшләп тора. Телевизор ҙа ял итеү форсаты түгел.
Ошондай йәшәү темпы, етди соматик ауырыуы булмайынса ла, кешенең хәлен бөтөрә, күңелен төшөрә, уның тәне ауырта. Был ваҡытта тынысландыра торған дарыуҙар яҙа һалалар. Нервыларҙы яһалма рәүештә, көсләп «йоҡлатып», организмдың икенсе ағзаларын зарарлайҙар ғына. Был осраҡта беҙҙең тылдағы һуңғы көстәр сығарып тотонола ла, нервыларында башҡа запас ҡалмаған кеше дарыуһыҙ йәшәй алмай башлай.
Ә инде көнө буйы эштә йөрөгән һәм ял ваҡытында телевизор алдында, телефонда, интернетта ултырған әҙәм, йоҡлай алмайым, арыйым, тип таблетка эсә икән — был төптө дөрөҫ түгел.
Тормоштағы төрлө ауыр хәл дә, нервыларҙы «ҡытыҡлай» торған ваҡиғалар ҙа, хистәр сайҡалышы ла нервыларҙы, беҙ әйткәнсә, «бөтөрмәй». Кеше организмы бер нисек тә үҙен-үҙе бөтөрмәй. Ул ҡайһы ваҡыт парасимпатик нервыларҙы, ниндәй саҡта симпатигын тотонорға икәнен белә.
Ә бына беҙҙең уны туҡтауһыҙ интернет кеүек тышҡы факторҙар менән «көсләүебеҙ», йәғни симпатик нервыны һуғыш осрағында тотоуыбыҙ ғына уны хәлдән тайҙыра.
Сифатлы ял, иңдәге бурыстарҙы алып ташлап, ҡайҙалыр китеп ятып килеү тигәнде аңлатмай.
Организмды ике-өс көндә көйлө торошона кире ҡайтарырға була Уның өсөн бары нервыларҙы ҡуҙғытыусы тышҡы факторҙар тәьҫирен сикләргә кәрәк:
- телефонды һүндерергә
- телевизорҙы тоҡандырмаҫҡа
- магазин—салондарға сыҡмаҫҡа
- спорт менән шөғөлләнмәҫкә
Тулыһынса туғарылып, тәнеңде лә, йәнеңде лә ял иттереп, үҙеңде яратып—йәлләп, күкрәк тултырып тын алып, яратҡан ризығыңды бешереп ашап, балаларыңды һөйөп, ғаилә ағзаларың менән матур мөнәсәбәттә булып, негативһыҙ, ғәйбәт өйләмәй һәм тыңламай, яҡшы уйҙарҙа, изге теләктәрҙә йәшәп алырға кәрәк.
Нервыларҙың симпатик тороштан парасимпатик хәленә ҡайтыуы — организмдың үҙенә ресурс йыйыуы, көс туплауы һәм һеҙҙе артабан сәләмәт хәлдә йәшәтеүе лә.
Ошондай бер нисә көн шау-шыулы диңгеҙ ярҙарынан да, сит илдәрҙән дә, дауахана, санаторий палаталарынан да күпкә файҙалыраҡ.
Тимәк, һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ялды һәм эште ойоштора белеүҙә.
Сығанаҡ
[үҙгәртергә]- Әлиә Сәйғәфәрова. Дарыуханаларҙа һатылмай торған дауа. «Йәшлек», 2020 йыл, 26 июнь, 4-се б.