Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы янында бер тауҙың итәгендә "Немец зыяраты" бар. Элек яҡшы беленә ине, хәҙер ер менән тигеҙләнеп бөттө тиерлек. Уға бәйле ҡыҙыҡ хәлдә бар. Бер йылы, 9 май көнө, колхоз йылдағыса яугирҙәрҙе ҡырға алып сығып һыйлаған. Ҡайтыуҙа ҡыҙып егетләнеп алған яугирҙәр ҡәбер өҫтөнә менеп, тапап "Бына һеҙгә шул кәрәк", тип бейегәндәр.