Ниндәй орлоҡ һайларға?

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Һәр сорттың үҙ өҫтөнлөгө: береһе тиҙерәк өлгөрә, икенсеһе уңышты күберәк бирә, өсөнсөһө сирҙәргә бирешмәй, һыуыҡҡа сыҙам. Шулай ҙа, ҡайһыһына өҫтөнлөк биреү тураһында уйланғанда төп шарт – районлаштырылған сорттар һәм гибридтарға туҡталыу.

Гибридтар мул уңыш бирә һәм тиҙ өлгөрә, сирҙәргә лә бик бирешеп бармай, һеркәләндереүҙе талап итмәй. Әммә уларҙың орлоғон алып булмаясаҡ. Йәшелсәнең тәме лә сортлы орлоҡтарҙыҡына ҡарағанда икенсерәк була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]