Эстәлеккә күсергә

Новолихин тәреһе

Викидәреслек проектынан

Википедияла Хәлил ауылы тураһында мәҡәлә бар

53°02′55″ с. ш. 58°33′54″ в. д. (G)

Әбйәлил районы Хәлил ауылы янындағы "Новолихин тәреһе"



Күсей ауылы ерҙәрендә борондан алтын йыуғандар. Приискаларҙың хужаһы Навалихин тигән помещик була. Бер мәл Навалихин үлеп китә. Уны ерләйҙәр. Күпмелер ваҡыт үткәс уның туғандары Петербургтан сөгөндән ҡойҙороп тәре алып киләләр. Тәрене поезд менән килтерәләр, тип һөйләйҙәр. Ирәндек тауындағы "Күбә ташынан" ҙур бер ташты үгеҙ егеп алып төшәләр. Ташты соҡоп тәрене ултырталар, ҡурғаш эретеп тәрене нығытып ҡуялар. Тәрене ҡәбергә ултыртып ҡайтып китәләр.

Революция, аслыҡ башлана. Бай помещиктың ҡәберен талайҙар. Ҡәбер ҡатын-ҡыҙҙыҡы булып сыға. Шулай тәре ташта нығытылған килеш ҡала. Колхозлаштырыу мәле килеп етә. Хәлил ауылынан бер бәһлеүән кәүҙәле кеше (исемен иҫләмәйем) тәрене аҡтарып алып ат арбаһына һалып алып килеп Хәлил ауылында металлаломға тапшыра. Тәре ауыр булғанға таш келәт эргәһендә оҙаҡ йылдар ята.

Хәлил ауылында Бөйөк Ватан һуғышына тиклем урыҫтар йәшәгәндәр. Шуларҙың береһе Петров бабай. Бабай хужалығында күгәрсен тотҡанға, уны халыҡ "күгәрсен бабай" тип йөрөтә. Ике улы Ҡыҙылдар яҡлы булып беҙҙең яҡтарҙа беренсе совхоздар ойоштороп йөрөүселәрҙән булған. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа Петров бабай үлеп китә. Улдары колхоз етәкселегенән рөхсәт алып тәрене аталарының ҡәберенә ҡуялар.

Был тәренең тарихы бына шулай.

Инернеттан: Навалихин Павел Григорьевич - 19 быуаттағы генерал, С-Петербургта глава Казеной палаты. Бәлки беҙҙә ерләнгән Навалихиндың туғандарылыр.


Информатор:Мурадым Биишев