Ноҡот борсағынан (фасолдән) бутҡа
Уҡыу көйләүҙәре
Ноҡот борсағынан (фасолдән) бешерелгән бутҡа
Был бутҡа Урта Азия халыҡтарында киң таралған. Ноҡот борсағынан әҙерләнгән был бутҡаны машлы бутҡа тип тә атайҙар. Маш вегетариан аш-һыу (кухняһы) яратҡан кешеләр араһында бик популяр. Дөгөлө машлы бутҡаны ит ҡушып та әҙерләп була, шул саҡта бутҡа туҡлыҡлыраҡ була.
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә]Маш ҡара борсаҡлылар төркөмөнә ҡараған ваҡ ҡына йәшел ноҡот борсағынан ғибәрәт. Ул үҫемлек аҡһымына бай, уның составында магний һәм калий күп, тағы бик күп файҙалы матдәләр бар. Маш менән дөгөнән бик тәмле һәм туҡлыҡлы ашамлыҡ әҙерләнә.
Ингредиенттар
[үҙгәртергә]- 1,5 стакан (стакан ярым) маш;
- 1 стакан дөгө (маштың тәме тойолоп торһон өсөн, дөгөнө маштан аҙ ҡушаһың);
- 80 — 100 грамм үҫемлек майы;
- 3 башлы һуған;
- 1 кишер;
- тоҙ (тәменә ҡарап);
- тәмләткестәр
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Машты (ноҡот борсағын) һайлап, сүбенән айырырға, һыуыҡ һыуҙа йыуырға һәм төнгөлөккә, бешерер алдынан 2—3 сәғәткә ебетергә кәрәк. Ебетелгән маш тиҙ бешә.