Эстәлеккә күсергә

Нурдәүләтов Муса Ишбулды улы

Викидәреслек проектынан

Нурдәүләтов Муса Ишбулды улы — технология һәм черчение уҡытыүсыһы.

Нурдәүләтов Муса Ишбулды улы 1951 йылдың 26 февралендә Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

1968 йылда Байназар урта мәктәбен тамамлаған. 1969-1971 йылдарҙа Совет армияһы сафында хеҙмәт иткән.

1971-72 йылдарҙа Бөрйән районының "Сельхозтехника" берекмәһендә эшләгән. 1973 йылда 5 айлыҡ водительдар курсында уҡып,танытма алып, "Сельхозтехникала"водитель булып эшләй (1973-1982).

1982-2000 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә, Ҡурғашлы төп белем биреү мәктәбендә технология һәм черчение уҡытыүсыһы булып эшләй. 1985-88 йылдарҙа Сибай педучилищеһында ситтән тороп уҡып, технология һәм черчение уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Уҡыусыларға хеҙмәт дәрестәренда үҙ-аллы тормошҡа,хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй.

Муса Ишбулды улы Байназар ауылы, Бөрйән районы йәмәғәт эшендә актив ҡатнаша. Ауыл культура йорто,зона, республика вокаль сәнғәте фестивалдарында ҡатнашып, тик призлы урындар яулай үҙенең тәбиғәттән бирелгән моңло тауышы менән.

Наградалары

[үҙгәртергә]
  • "Диплом"— Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы, Өфө,2011 йыл.
  • "Диплом Í степени. Вокальное исполнение народной песни. Соло. "республиканского фестиваля творчества людей старшего поколения "Я любллю тебя жизнь", Өфө,2012 йыл.
  • "Диплом лауреата Ì степени"(среди самодеятельных исполнителей) в V Республиканском конкурсе исполнителей башкирских песен имени Магафура Хисматуллина"Башҡорт һандуғасы", Иглино Иглино районы, Башҡортостан р-ы, 2022 йыл.
  • "Диплом I стапени Республиканского конкурса вокального творчества сельских поселений "Поющая деревня" .2020 йыл.
Википедияла