Башҡорт халҡы борон-борондан донъя көтөү өсөн йылға буйын һайлаған. Бының асыҡ миҫалы булып, танышҡанда: “Һин ҡайһы һыуҙы һулайһың?” – тип һорауҙары аша ла күҙалларға була. Беҙҙең ауыл халҡы Ҡариҙел, Һалдыбаш, Йәләнде йылғалары тирәһен һайлаған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йылғаларҙың исеме фажиғәле ваҡиғалар менән бәйле. Үҙем тыуып үҫкән ауылды уртаға бүлеп ағыусы Йәләнде йылғаһын ғына алайыҡ. Уның тураһында бер риүәйәт, ике легенда билдәле.
1. Борон йылға киң һәм бик тәрән булған, уның сөңгөл ерҙәре күп. Ул урынға кеше барып эләкһә, сыға алмаған, әйләндереп-әйләндереп һыу аҫҡа алып киткән. Был урындарҙы һыу аҫты шишмәләре тиҙәр. Сөнки Йәләнде йылғаһы шишмәләргә бай йылғаларҙың береһе иҫәпләнә. Уның яр буйында әле лә сығып ятыусы шишмәләр бар. Бер күпер эргәһендә бала-сағаның яратып һыу төшкән урыны була. Ә арыраҡ балыҡ ҡармаҡларға яйлы. Шулай һыу төшкән саҡта, бер бала бата башлай, ҡалғандары нимә эшләргә белмәй ҡаушап ҡала. Был ваҡытта Ғариф исемле бер оло йәштәрҙәге бабай ат менән үтеп барған була. Бала-сағаның сыр-сыу килеп илашыуын ишеткән бабай тиҙ генә ярҙамға ташлана. Тик үҙе ишә белмәгән була. Баланы ҡотҡарып ҡала ала, тик үҙе сөңгөл ергә еләгеп, сыға алмай һәләк була. Ошонан алып кешенең йәнен алды тип йөрөтә башлайҙар, аҙаҡ ҡыҫҡартып Йәналды, аҙағыраҡ фонетик үгәрештәр кисереп, Йәләнде тип йөрөтөлә башлай.
Легендаларына килгәндә, Йәләнде йылғаһында бер-нисә йыл һайын бер кеше һәләк булыуы сәбәпселер. Йәләнде йылғаһы бик матур, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс та тип уйлағандар. Унан һәр ваҡыт шикләнгәндәр. Сөнки йылға бик тәрән, ә тирә-яғын бөҙрә талдар, йыуан-йыуан өйәнкеләр, алҡалы еректәр ҡаплап алған. Ә яҙ көндәрендә йылға ҡурҡынысҡа әйләнгән, ажғырып ярынан сыҡҡан, бик күп ерҙәр һыу аҫтында ҡалған. Ҡурҡыныс, сөнки унда тағы һыу үгеҙе булған. Ул ошо сөңгөл, талдар ҡаплаған боролмаларҙа йәшәй тигәндәр. Ул тирәнән үтергә ҡурыҡҡандар, айырыуса төнөн йылға буйында ҡалмаҫҡа тырышҡандар. Әгәр һыу үгеҙен кемдер күрһә, йәки уның үкергәнен ишетһә, ҡорбан һорай тип уйлағандар. Был ваҡытта талдар ҡаплаған урынға бөтөнләй аяҡ баҫмағандар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр батып үлгән осраҡтар күп булған. Шунлыҡтан, ана теге һыу үгеҙе тағы бер кешенең йәнен алды тигәндәр. Һәм йылғаға ошо исем мәңгелеккә йәбешеп ҡалған.
Ә икенсе легендала йылғала Һыу ҡыҙы йәшәүен әйткәндәр. Ул шундай һылыу булған, айлы яҡты кистәрҙә һыуҙа рәхәтләнеп һыу ингән, балыҡтар менән уйнарға яратҡан. Уның аяҡтары урынында балыҡ ҡойроғо икән, ә үҙенең сәсе ҡап-ҡара ялтырап тора, ти. Ул һыуҙа уйнаһа, кешеләр ҡыуанғандар, тик ярға ғына сыҡмаһын, тип теләгәндәр. Сөнки ул ай яҡтыһында ярға сығып, алтын тарағы менән сәсен тараһа, тирә-яҡ яп-яҡты булған, кешенең күҙе ошо матурлыҡты күреп ҡамашып, һыуға батып үлә тип уйлағандар. Һыу ҡыҙының ярға сығыуы кешенең әжәле менән тамамланыр булған. Шуның өсөн ошондай яҡты төндә һыуға батып үлеүселәрҙе Һыу ҡыҙы йәнен алды тигәндәр.
2. Һалдыбаш йылғаһының исеме лә фажиғәғә бәйле. Был йылға буйында беҙҙең районда бик күп ауылдар урынлашҡан. Ул Йәләнде йылғаһынан ҙурыраҡ та, киңерәк тә. Был йылға ла Иҫке Күл ауылы ерҙәре аша аға. Элек уның ағымы икенсерәк урындан булған. Унан ул юлын үҙгәрткән. Элекке аҡҡан урынында тәрән-тәрән соҡорҙар ғына ҡалған. Ул урындарҙы Ҡоро Һалдыбаш тип йөрөтәләр. Ә Ташкисеү яланында ҡоромай ҡалған ҙур ғына өлөшөн Һалдыбаш күле исеме менән йөрөтәләр. Йылғаның исеменә килгәндә, бер кеше арып-талып юлдан ҡайтып килгән була. Көн эҫе, ҡояш бер өҙлөкһөҙ ҡыҙҙыра, ул шул тиклем арый, һыуһай, йылғаны күргәс, һуҙылып ятып тороп, ҡабалана-ҡабалана һыу эсә башлай. Һәм сәсәп башын һыуҙан ала алмай. Бына ошолай һыу күреү ҡыуанысынан, фажиғәле һәләк була. Уны кешеләр күргәндә, ул инде үлгән була. Шуның өсөн был йылғаны башын һалды, йәғни Һалдыбаш тип атай башлайҙар.