Эстәлеккә күсергә

Нәби ауылының ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан

Нәби ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйткәнсә,

…Еркәйемдең тарих һөйләмәгән

Юҡ һуҡмағы, һыуы, юҡ тауы...

тигәндәй, тыуған төбәгемдә ер-һыу атамалары иҫ киткес күп. Уларҙың байтағы төрлө эҙләнеү эштәрендә сағылыш тапҡан. Мин был юлы икенсе төрлөрәк варианттарҙы һәм һирәк осрағандарҙы һайлап алырға тырыштым.

Ҡайын туғай яланы

[үҙгәртергә]

Ағиҙел йылғаһының һул яғында, Нәби ауылының төньяк-көнбайыш яғында ҡуйы ҡайынлык булған. Был ҡайынлыҡ Иҙел ярына тиклем барып еткән. Ауыл ҙурая барған, халыҡ яйлап ҡайындарҙы утынға ҡырҡҡан. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа инде унда бөтөнләй ағас ҡалмаған. Шулай булһа ла кешеләр был яланды “Ҡайын туғай” тип йөрөткәндәр. Хәҙер был урында өйҙәр ултыра, ә Ағиҙел буйы сәсеүлек ялан булып ҡалған.

Йәүгәзе йылғаһы

[үҙгәртергә]

Ағиҙелдең һул яҡ бәләкәй йылға ҡоя. Ошо йылға буйында Байназар ауылы кешеләре йәйләгән. Бына ошо урынға Байназарҙан Яугазы исемле кеше килеп ултырған. Өйө йылға эргәһендәге битләүҙә була. Һул яҡта ҡуйы ҡарағай урманы, ә уң яҡта йылға аҡҡан. Йылғаның исеме булмай, һуңынан ошо тәүге күсеп ултырған кеше хөрмәтенә йылғаны Яугазы тип атағандар. Ваҡыт үтеү менән ул исем үҙгәргән һәм бөгөнгө көндә ул Йәүгәзе йылғаһы тип атала. Был топонимды ошо ерҙә “элек яу булған” тип аңлатҡан варианттар ҙа бар.

Ҡужан шишмәһе

[үҙгәртергә]

Кәмә сығышындағы йырын буйлап бәләкәй генә шишмә сыға. Элек тау бите урманлыҡ булған. Шул тирәлә бер кеше йүкә һыҙырып йөрөр булған. Уны Ҡужан тип йөрөткәндәр. Шуға шишмәне Ҡужан шишмәһе тип йөрөткәндәр. Нәби ауылынан көньяк-көнбайыш һәм көнбайышта бер һыҙаттараҡ урынлашҡан ер-һыу исемдәренең тарихы түбәндәгесә: “Оло соңғор”, “Бәләкәй соңғор” ауылдан көнбайышта урынлашҡан. Был урын соҡор эсе булған өсөн шундай атама алған. Яҙғы һыуҙар шунан аға. Ҡасандыр ағасҡа бай урын булған был ерҙәр. Туғайлығында ер еләге, ҡайын еләге, ағас араһында күп ҡурай еләге өлгөрә.

Клатуй

[үҙгәртергә]

Ауылдан көньяк-көнбайышта ҙур тау бар. Оло юлға сығыу өсөн был тауҙы урап сығырға кәрәк. 1740 йылдарҙа Филатов тигән кеше төҙөлөш эше буйынса ауылға килгән. Ул тауҙы урап йөрөмәй, ә аты менән тура менеп йөрөй. Шуға күрә уның хөрмәтенә тауҙы Филатов тауы тип йөрөтә башлайҙар. Телдән күсә-күсә был исем “Клатуй” тип йөрөтөлә башлай. Филатовтың килеп ҡайтыуына бәйле тарихи хикәйәләрҙең төрлө варианттары бар. Тауға менгәс, һул яҡта “Ҡалын ҡарағай” баҫыуы башлана. Был урында элек ҡарағай сәселгән кеүек үҫкән. Аҙаҡ ҡарағайҙарҙы ҡырҡып сәсеүлек әҙерләгәндәр. Йыл да был яланға иген сәсәләр. “Һыйыр башмағы” яланы. Бер һыйыр башмағы сығып китеп үлгән урын. Атамаһы шунан ҡалған. “Көтөүсе яланы”. Баҫыуҙың дауамы. Сабынлыҡ итеп көтөүсегә бирелгәне өсөн шундай исем ҡушкандар. “Ҡырын ер” атамаһы. Был урын ҡырын булғаны өсөн аталған. “Янтыҡ” исеме янсыҡ кеүек бәләкәй урын булған өсөн аталған.

Елдарҡа тауы

[үҙгәртергә]

Елдарҡа тауы оло юлды аша сығып күтәрелгән тау. Бейек булғаны өсөн шундай исем бирелгән. “Елле”- ҙур, бейек тигән төшөнсә. Был тауҙа ике маяк булған. Был маяктан Белорет ҡалаһы ла күренеп торған, һуңынан ике маяк та янған. Маяҡ тауы тимәгәндәр, тимәк “Елдарҡа” элегерәк ҡушылған.

Күперҙе йылғаһы

[үҙгәртергә]

Был урындан оло юл үткән. Аттар сығып йөрөрлөк итеп йылға аша күпер төҙөгәндәр. Аҡтар, ҡыҙылдар ошо күпер аша сығып йөрөгән. Ауылдың төньяғы Билтер тауы менән сикләнгән. “Билтер” һүҙе аяҡтың йөҙлөк тәңгәленән аҫҡы нәҙегерәк өлөшө тигәнде аңлата. Билтер, бәлки “Билән” һүҙенән алынғандыр. Билән - ике тау араһындағы тәпәшерәк ер, нәҙек билле тигәнде аңлата.

Имес туғайы

[үҙгәртергә]

Билтер тауын төшкәс Ағиҙел аръяғында Имес тауы урынлашҡан. Бында 1954 йылдарҙа ҡайҙандыр эшкә килгән халыҡ төйәкләнгән. Ләкин урындағы халыҡ сабынлык, көтөүлек ерҙәре аҙ булыу сәбәпле, иместәрҙе был ерҙән ҡыуып ебәргәндәр. Улар әлеге Мораҙым еренә барып урынлашкандар. Хәҙер Имес туғайында-Ҡурғашлы ауылы. Ауылдың көнбайышында Йәүгәзе йылғаһы буйында “Исәкәй тауы” урынлашкан. Исәкәйҙең төньяк битләүе Ҡабырый тип атала. Йәйгеһен бында турғай еләге бик уңа. Унда кисеү бар. Уны Ҡарабулат кисеүе тип йөрөтәләр. Кисеүҙән йылғаның һул яҡ ярына сыҡһаң, ат юлы китә. Юл Тирмән үҙәгенән Cyhaҡҡa алып бара. Cyhaҡ “суҡ уҫаҡ” һүҙенән алынған, ул уҫаҡлы тау булған. Хәҙер бында иген сәсәләр. Суһаҡҡа яҡын ғына Бүрәнә сборы тигән ер бар. Унда һал ағыҙыусылар ҡырҡылған ағасты әҙерләп, өйөп ҡуйыр булғандар. Суһаҡ аръяғындағы ялансыҡ-сабынлыҡ Таңбикә тип атала.

Ыхмайыл ерҙәре

[үҙгәртергә]

Ыхмайыл ерҙәре ул ыҫмала һүҙенәндер, сөнки ауылға яҡыныраҡ урманда ҡарағай һирәк, йәки бөтөнләй юҡ. Ә Ыхмайылдың тирә-яғында ыҫмала биреүсе ҡарағай ғына үҫә.

Бей кисеүе

[үҙгәртергә]

Был исем менән аталған кисеү Байназар ауылынан түбәндәрәк. Борон бөрйән һәм ҡыпсаҡ ырыуҙары бер-береһе менән гел генә һуғыш алып барғандар. Бер алыш ваҡытында ҡыпсаҡ батыры Күҫәк бей бөрйән ырыуы башлығы Ҡараҡоломбәтте ҡулға ала, уның ырыуҙаштарын тар-мар итә һәм үҙен хур итәм тип, ҡара һыйырға ултыртып ошо кисеү аша үткәрә. Ошо ваҡиғанан уның исеме “Бей кисеүе” булып ҡала. Әйтеп үтергә кәрәк, был ваҡиғаға бәйле топонимдар ҙа иҫ киткес күп төрлө, эпос та бар.