Ойоҡ бәйләү (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Арҡандан бура бурайҙар.
  2. Арҡан ураным,
    Бура бураным,
    Йылыһына ҡыуандым.
  3. Биш ағай бура бурай,
    Береһе сыға ла ҡарай,
    Береһе сыға ла ҡарай.
  4. Унау килеп еттеләр,
    Аҡ арҡанды тоттолар,
    Бура бурап киттеләр.
  5. Биш бүре,
    Бишеһе лә күк бүре,
    Береһен-береһе ҡыуған,
    Ҡойроғон быуған.
  6. Биш ағай һуғыша.
  7. Биш аға
    Бишеһенә бер өй һала.
  8. Биш малай
    Береһен-береһе ҡыуалай.
  9. Биш турғай
    Берен-бере ҡыуалай.
  10. Биш бағанаға ситән үрәләр.
  11. Биш туған ситән үрә.
  12. Ун оҫта арҡандан бура бурай.
  13. Өфөнән килгән биш егет
    Берен-бере ҡыуалай.
  14. Ун кешегә биш бағана,
    Бер арҡан,
    Тарталар ҙа һуҙалар,
    Йомро ситән үрәләр.
  15. Дүрт ағай арҡан һала,
    Бер ағай үрә.
  16. Дүрт ағай ситән үрә,
    Береһе арала йөрөй.
  17. Дүрт ағай бура бурай,
    Береһе бүрәнә һөйрәй.