Олатайым хәтирәләре

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

КҮҢЕЛ ЙӘДКӘРЕ 2014 йыл, "Таң", 2 август, шәмбе, № 89 (9717)

Минең олатайым Күжәбаев Миңлеғәле Әбүбәкир улы Әтек ауылында йәшәй. Ул бик аҡыллы һәм үтә лә түҙемле кеше. Уй-кисерештәрен тышҡа сығарып бармай. Беҙ, ейәндәре, шаярып эш боҙоп ташлаһаҡ та әрләмәй, ипле генә итеп улай эшләргә ярамағанлығын аңлата. Үтә шаярмайбыҙ инде, сөнки сабыр йөрәкле олатайҙың йөрәге ауыртҡанлығын беләбеҙ. Олатайым хеҙмәт ветераны. Заманында ил күргәнде күргән, ауыр тормош һынауҙары үткән ул.

ОЛАТАЙЫМ ХӘТИРӘЛӘРЕ[үҙгәртергә]

- Ырғыҙлы леспромхозында ОРС магазины асылғас, иҫәп-хисапҡа шәп, тип, 1936 йылда атайымды ғаиләһе менән шунда эшкә ебәрәләр. Мин 1939 йылда Ырғыҙлыла тыуғанмын. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, кире тыуған ауылына – Әтеккә ҡайталар.

Әсәйем Мәхмүзә 29 йәшендә генә 5 бала менән атайымды һуғышҡа оҙатып ҡала. Ул осорҙа ҡыҙылса ауырыуы ныҡ көслө була, биш баланың икәүһе үлә, мин саҡ-саҡ тере ҡалғанмын. Әтек ете йыллыҡ мәктәбен 1954 йылда тамамланым. Ул саҡта “Ҡыҙыл юл” промартеле бар ине. Бер йыл өйҙә септә һуғып, арҡан ишеп торҙом. Артелде колхозға әйләндергәс, беҙҙе Күркәтауға ағас ҡырҡырға ебәрҙеләр. Ҡул менән бысып йығаһың, әрсейһең, ботағын үртәйһең, түңгәген дә әрсетә торғадар ине. Әтеккә ялға саңғы менән ҡайтып йөрөй торғайным.

Яҙ еткәс, сәсеүгә прицепщик итеп ебәрҙеләр. Сәсеүгә төшкәс, бер трактор эшләмәй ҙә ҡуя. Элек бер айлыҡ курс бөткән тракторсыларға тракторҙың аппаратын асырға рөхсәт итмәйҙәр. Тракторсы Сәйфуллин Насип еҙнәм (мәрхүм инде, ауыр тупрағы еңел булһын) менән эшләмәгән аппаратты йөкмәп, йәйәүләп Байназарға РТС-ҡа киттек. Эшләтеп алдыҡ та, ҡайтырға булдыҡ. Шул осорҙа РТС-та заправкала Әтектән Ишдәүләтов Әбүбәкир ағай эшләй ине. Ул беҙгә: “Ана, яр башында дүрт ағас ята, 4 метр оҙонлоғо, шуны кәшмәкләп ҡайтығыҙ”, - тип кәңәш итте.

Беҙ кәшмәк менән ҡайтырға сыҡтыҡ. Тимер ауылына яҡын урында бик ҡаты шаршы бар икән, еҙнәм: “Һин йәбешеп тик кенә ултыр”, - тине. Шаршыны төшкәс, һыу ҡапыл минең түш тәңгәленән булды. Еҙнәм артына әйләнеп ҡараһа, минең йөҙ ап-аҡ булған, Хоҙай үҙе һаҡлағандыр инде.

Тимер ауылында бер ағайҙарҙа йоҡланыҡ. Ул ағай ярҙам итеп, шунда бер ырҙындың ике оҙон урҙаһын алып, кәшмәктең ике яғына ҡуйып, ҡурҡмай ғына ҡайтып киттек. Ҡана тамағынан йәйәүләп ҡайттыҡ (Иҙел Әтектән сама менән 6-7 саҡырым алыҫлыҡта). Был 31 апрель көнө ине. Икенсе көнөнә, 1 майҙа, тырмаға төшөп киттек. Сәсеү бөткәс, РТС-тан өс С-80 тракторы килде. Беҙҙе - Фәхрәзе Айытбаев, Юнир Ямғурсин (Юнир, мәрхүм инде) һәм мине Тарыуал яланына коршовкаға ебәрҙеләр.

Мин Монасиптан Хәмзә ағай тракторында, Фәхрәзе Иманғолов Илгизәр ағай тракторында, өсөнсөһөндә – Юнир мәрхүм. Йөҙйәшәр ҡайындарҙы йолҡоп, ялан ситенә, урманға һөйрәтәбеҙ. Йолҡорға бер тракторҙың көсө етмәй, икәүләп тарталар һәм икәүләп һөйрәтеп алып китәләр.

Бригадир Уйылдан бабай Ишбулатов бик мәрәкәсел булды. Яланға Кәней участкаһынан ярҙамға эшселәр килә торғайны. Төрлө милләт кешеләре бар, күбеһе немецтар. Төш мәлендә улар тышта ултыралар. Уйылдан бабай мәрәкә эшләйек тип: “Берегеҙ Ганс, икенсегеҙ – Мүллер, өсөнсөгөҙ Киллер булаһығыҙ. Мин һеҙҙе берәм-берәм ҡысҡырып саҡырам, һеҙ өйҙән сығаһығыҙ”, - тип өйрәтеп ҡуйҙы. Бер аҙҙан: “Ганс, атҡа бар! Мүллер, тырмаға сыҡ! Киллер, һыуға бар!”, - тип һөрәнләй. Тегеләр аптырай. “Һеҙҙә лә немец исемдәре бармы ни?” – тип иҫтәре киткән. “Һу-у-у, ауылда күп улар”, - ти икән бабайыбыҙ.

Оло Салажыла сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе һөрөп ятабыҙ. Бер көн мине ауылға аҙыҡ-түлеккә ҡайтарырға булдылар. Тракторсылар бригадаһының бригадиры булып Әхмәҙей ағай Бейембәтов эшләй ине. “Ана, минең атты эйәрләп мен дә, ҡайтып кил”, - ти. Мин атты эйәрләп менеп, юлға сыҡтым. Ат йөрөмәй ҙә ҡуя. Бара биргәс, кире боролоп килдем: “Лутсы мин йәйәү йүгерә-атлай аттан шәберәк ҡайтам”, - тип атты ҡалдырып ҡайтып киттем. Иртәгәһенә ауылдан икенсе ат менеп килдем, килһәм: “Ат үлде, һин ҡайтҡас күп тә торманы”, - тип торалар.

1962 йылдарҙа ат сапҡысы менән бесән сабырға ҡуштылар. Бәләкәй Салажыла ятабыҙ. Мин Әлмөхәмәт тигән яланды сабып бөттөм дә, салғыларҙы күтәреп, дилбегәләрҙе алып өлгөрмәнем, аттар сабып сығып ҡайттылар ҙа киттеләр. Мин арттарынан йүгерәм. Тройка шарт та шорт саба. Ҡашҡабейә йылғаһын тәгәрмәстәр теймәй сыҡҡандар. Мине аттарҙан тапалып ҡалғандыр тип, Фәйзулла Абдрахманов һ.б. ҡаршы килә яталар.

1962 йылдың ҡышында Мәләүез автомәктәбендә 4 ай уҡып, водитель танытмаһы алып сыҡтым. Иҫке генә ГАЗ-51 автомашинаһы бирҙеләр. Уны йүнәтеп алып, эшләп йөрөнөм. Ул осорҙа совхозда сусҡа көтәләр ине. Хөсәйенов Миңлебай ағай мәрхүм менән сусҡаларҙы Белорет ит комбинатына ташыныҡ. «Бөрйән» совхозы директоры Исмәғил Ғәбитов ине. Төҙөлөш бригадаһы төҙөп, һыйыр һарайҙары һалдыртты.

1957- 1960 йылдарҙа Себер яҡтарында хеҙмәттә һалдат бутҡаһы ашап ҡайттым. Әтеккә фельдшер булып эшкә килгән Фәниә Күлбаева менән өйләнешеп, биш балаға ғүмер бирҙек. Мин эсмәгәс, келәт мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Эш хаҡы 70 һум, шул эш хаҡына тағы ла заправщик һәм кассир эшен дә башҡарырға кәрәк.

Бүлексәлә тракторҙар күп, машина өсәү. Машиналарҙы заправкалау өсөн бензинды һыйышлыҡтан биҙрә менән һоҫоп алып бирергә кәрәк, ә тракторҙарға солярканы һыйышлыҡтан ағыҙып заправкалайым. Оҙаҡ йылдар бензин-май менән эшләгәнгәлер инде, тәнгә күкһел таптар сыға башланы. Кассир айына ике тапҡыр совхоз кассаһына аҡса алып ҡайтырға тейеш. Сиғандарға йөк аты биреп, бүлексәгә бик шәп рысак аты алып ҡалдылар. Санаға ла, һыбай йөрөүгә лә бик шәп ине. Бейек кәүҙәле, оҙон ғына буйлы. Бер көндө шуны менеп,совхозға аҡса алырға сыҡтым. Ҡана яланын сыҡҡайным, ат ҡапыл алғы аяғынан һөрөнөп китте. Арт аяғы бейек булғас, мин эсем менән эйәр башына эләгеп барып төштөм. Эс ныҡ ауырта. Бөрйәнгә саҡ-саҡ барып еттем. Табипҡа күренергә кәрәк. Ул ваҡытта поликлиника Ленин урамында, бер ҡатлы ағас йортта ине. Инеп бара инем, Рәхим Хамматович сығып килә. Хәлемде һөйләп биҙем.

Атты Дамир Ғиниәтуллинға биреп ҡайтарҙым, ә мине дауаханаға һалдылар. Иртәгәһенә самолет саҡыртып, Өфөгә республика дауаханаһының урология бүлегенә оҙаттылар. Әле, Аллаға шөкөр, йөрөйөм, әммә II төркөм инвалды булып ҡалдым. Төрлө ауыр эштәрҙең касафаты инде. Колхоз-совхозда 25 йыл эшләгән өсөн Хеҙмәт ветераны миҙалы бирҙеләр. Өс йыл буйы сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн дә миҙал менән бүләкләнеләр.

Хәтирәләремде йыр юлдары менән тамамлайым:

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй

Ир егеткәй менән ат башы...

... Алыҫ үткәндәрҙе иҫкә төшөрөүе лә еңел түгелдер олатайыма. Ул үҙенең атаһының һәм бик күп туғандарының һуғыш ҡорбаны булыуҙарын, үҙенең етемлектә, аслыҡ-яланғаслыҡта ыҙалап үҫеүен, бәләкәй генә иңдәренә ауыр йөктөң иртә ятыуын, ауырлыҡтарға теш ҡыҫып түҙеүҙәрен һөйләмәй. Ауыр хәтирәләрен ул йөрәгенең иң төпкөлөнә бикләгән. Илағандыр ҙа...

Өс йәштән генә атайһыҙ ҡалыуы, әсәһенең башҡа кейәүгә сыҡмай, ғүмерен ирен көтөп үткәреүен (олатайҙың атаһы хәбәрһеҙ юғалған булған) күреп үҫеүҙәре бик еңелдән булмағандыр. Шундай ҡаяташтай сабырлыҡҡа хайран ҡалырлыҡ. Тормошона, үткәненә һис зарланмай, шулай булырға тейеш тип, Аллаһы Тәғәләгә риза булып, барына шөкөр итеп йәшәй ул.

Таңатар АҪЫЛҒУЖИН. Мораҙым ауылы.