Эстәлеккә күсергә

Оло Шылым тауы

Викидәреслек проектынан

Оло Шылым (урыҫ. Большо́й Ше́лом, Большо́й Шо́лом) — Көньяҡ Уралдың Егәлгә һыртындағы тау, Башҡортостандың Белорет районыындағы тау түбәһе. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһенә инә.

Тау бейеклеге 1427 м, был Егәлгә һыртындағы иң бейек түбә, һәм ул Көньяҡ Уралда бейеклеге буйынса бишенсе урынды биләй. Унан бейегерәк бары Оло Ямантау (1640 м), Оло Ирәмәл (1582 м.), Кесе Ямантау (1510 м), Кесе Ирәмәл (1464 м)

Оло Шылым Егәлгенең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан тағы өс түбә менән Шылымдар төркөмөн барлыҡҡа килтерә. Оло Шылым тауынан тыш, бында әле Кесе Шылым да, шулай уҡ 3-сө һәм 4-се Шелом да бар. Араларындағы бил Прогон тип йөрөтөлә.


Тауҙың исеме урыҫ телендә «ҙур торҡа" тигәнде аңлата. Тауға Силәбе өлкәһенең Ҡатай йылғаһы буйынан тау заводтарынан Башҡортостанға урыҫ күсенеүселәре исем биргән. Боронғо башҡорт исеме билдәле түгел.

Күренештәр

[үҙгәртергә]