Орсоҡ (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Бәләкәй аҡ көсөгөм йүгерә-йүгерә ҙур булды.
- Бәләкәй генә тайым бар,
Бәйҙә тороп һимерә. - Бәләкәй генә бер бала
Йүгерә-йүгерә йөк ала. - Бәләкәй генә бер бала
Йөҙлөк буйлап йүгерә. - Бәләкәй генә Ураҙбикә
Йүгерә-йүгерә йөк ташый. - Бәләкәй генә әбей
Йүгерә-йүгерә еп йыя. - Бәләкәй генә бөтмәрсек
Йүгерә-йүгерә йөк ташый. - Бәләкәй генә әбейем
Йүгерә-йүгерә йыуан булды. - Йүгерә-йүгерә йөн йыйыр.
- Артыҡбикә арымай,
Әйләнә лә әйләнә,
Әйләнгән һайын һимерә. - Зыр-зыр зырыштырай,
Зырыштырай, быштырай. - Зыр-зыр әйләнә,
Үҙе килеп бәйләнә. - Ҡыҫыр танам бар ине,
Йүгерә-йүгерә быуаҙ булды. - Өйөрөлөп-өйөрөлөп, быуаҙый.
- Өйөрөлә-өйөрөлә,
Өйөрөлгән һайын һимерә. - Өйҙәге өйрәгем
Өйөрөлә-өйөрөлә йыуаная. - Йүгерә-йүгерә йыуаная.
- Бәләкәй генә бисура
Йүгерә-йүгерә быуаҙый. - Бәләкәй генә киленсәк
Әйләнә-тулғана быуаҙый. - Бәләкәй генә ҡәйнә
Бейей-бейей һимерә. - Бей һаҡалын кимерә,
Бейей-бейей һимерә. - Үҙе йөрөй — атламай,
Өйөрөлөүҙән туҡтамай. - Йомаҡ ҡойҙом юл менән,
Юрғалаттым ҡул менән.
Орсоҡ башы
- Эсе ҡыуыш, тышы таш.
- Уҡый-уҡый, уҡый баш,
Эсе ҡыуыш, тышы таш. - Өфөй-өфөй, өфөй таш,
Эсе ҡыуыш, тышы таш,
Уны белмәгән ҡыҙҙарҙың
Башына тейер ошо таш. - Бәләкәй генә йомро баш,
Эсе ҡыуыш, тышы таш.