Эстәлеккә күсергә

Паровоз, поезд (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Дөбөр-дөбөр дөбөрҙән,
    Дөбөр килә Себерҙән.
  2. Ике тауҙың араһында
    Минһаж ағай ҡысҡыра.
  3. Ҡамыты юҡ,
    Дуғаһы юҡ,
    Ҡара атым егеүле.
  4. Оло күҙле ҡара айғыр
    Ҡырҡлап арба тарталыр.
  5. Хайран итә йөрөүе,
    Бик йыраҡтан күреүе.
    Кеше-меше күренһә,
    Бүре кеүек олоуы.
  6. Хайран уның йөрөүе,
    Бик йыраҡтан килеүе,
    Ай-Һай, уның кешнәүе,
    Аяғында тимере,
    Тамағында күмере,
    Ерҙе ярып килеүе.
  7. Дилбегә юҡ, йүгән юҡ,
    Ҡамыт кәрәк тигән юҡ.
    Ҡара айғырҙы ектеләр,
    Ултырҙылар киттеләр.
  8. Ул ниҙер, кем?
    Ауыҙынан уттар сәсә,
    Айлыҡ юлды көндә үтә,
    Күмер ашап, һыу эсә.