Эстәлеккә күсергә

Перовский бейеүе/Перовский бейеүенең авторы

Викидәреслек проектынан

Бвшҡорт сәхнәһендә күпме бейеүҙәр йәшәй, ижад ителә. Уларҙың үҙҙәренә күрә ҡыҙыҡлы һәм бай тарихы ла бар. Күптәр яратып ҡараған "Перовский" бейеүе, авторы хаҡында белмәйҙәрҙер әле. Шуға ла Фәрит Иҫәнғоловтың 1969 йылда яҙылған "Перовский" бейеүенең авторы" тигән мәҡәлә уҡыусыларыбыҙ өсөн фәһемле булыр.

Былтыр йәй Баймаҡ ял йортонда, ғәҙәттәгесә, ял итеүселәрҙең үҙешмәкәр концерты булды. Әйтергә кәрәк, был заезда йырға, музыкаға, бейеүгә шаҡтай оҫта һөнәрмәндәр йыйылғайны. Концерт бик күңелле үтте. Башҡарылған номерҙарҙың һәр береһе айырыуса тәьҫирле булды. Конферансье:

- Хәҙер Өфө авиация институтының марксзм-ленинизм кабинеты мөдире Әнүәр Әхмәҙиев сығыш яһай! - тип иғлан иткәс, зал шым булды. Был ҡәҙәре олпат уҡыу йортоноң ғилми хеҙмәткәре ниндәй һөнәр күрһәтер икән, тип һағайҙы, күрәһең, халыҡ.

Баянист менән ҡурайсы "Перовский" көйөн уйнап ебәргәс һәм боронғо башҡорт ирҙәре кейемен кейгән бейеүсе егет сәхнәгә сығып, ут сәсәрәтерҙәй итеп бер тупылдатып баҫҡас, тәүге һоҡланыуҙан халыҡ берҙәм гөжләп алды ла тағы тынды. Залда ултырыусы ике ҡарттың береһе:

- Бәй, был ьеҙҙең теге бейеүсе Әхмәҙиев түгелме һуң? - тине.

Икенсеһе:

- Шул бит, шул - тип бышылданы.

Тәрән тойғоло, нескә юмор менән һуғарылған, нәфислек менән тулы, шул уҡ ваҡытта ир-егет ғәйрәте бөркөп торған, ҡабатланмаҫ оҫта хәрәкәттәр менән бейеү дауам итте. "Әттес-әттес-әттестә!", "Һай, әттәгенәһе!".

Бейеү тамамланды. Зал көслө алҡыштарҙан геүләп торҙо. Бейеүсене ҡабат һорап сығарҙылар. Әнүәр ағай һис инәлтмәне. Бейеү үҫә барған егеттәрсә етеҙлек менән, шуҡлыҡ менән, һиңкетә баҫып, өсөнсө мәртәбә ҡабатланды. Ҡыҙҙар килтергән Ирәндек сәскәләренән Әхмәҙиевтың ҡосағы тулды. Концерттан һуң бейеүсене ял итеүселәр уратып алды. Әлеге ике ҡартҡа ла түңәрәк эсенә инергә форсат тейҙе.

- Һин, мырҙа, теге элекке Баймаҡ театры артисы Әхмәҙиев түгелме?

- Шул инем.

- Бәй, һуғыштан һуң бер ҙә күренмәгәс, ишетелмәгәс, беҙ һине ғәйеп иткәйнек. Ятып ҡалғанһың икән тип, иҫкәтөшкәндә ҡайғырышып та ала торғайныҡ.

- Иҫән мин, ағайҙар; рәхмәт иҫләүегеҙгә!

- Нишләп һуң үҙебеҙгә театрға ҡайтманың?

- Тура килмәне шул, һаулыҡ та насар ине. Уҡырға ла кәрәк булды.

Шунда Сибай театрының йәш артисы Хәмзә Ҡурсаев уйланып торған еренән:

- Һеҙ минең мәрхүм ағай менән бергә уйнап йөрөгәнһегеҙ икән. Ул һеҙҙе ошо "Перовский"ҙы башлап сәхнәгә сығарыусы ти торғайны. Шул ысынмы? - тине. Әнүәр ағай көлөмһөрәп ҡуйҙы ла:

- Әлләсе, - тинею - Элегерәк шулай ти торғайнылар.

Ә шунда ял итеүсе, Баймаҡ театрының һәм Башҡорт академия театрының элекке режиссеры Ҡадир Бакиров:

- Әйе, Әнүәр Әхмәҙиев ағайың - "Перовский"ҙың авторы, - тине.

Әнүәр ағай менән Башҡорт дәүләт педагогия институтында бергә уҡыныҡ. Нисәмә йылдар, бер ҡалала ғына түгел, хатта күрше булып йәшәнек. Үҙешмәкәрлек концерттарында "Пеовский"ҙы ҡарап туя алманым. Ҡабатланмаҫ оҫталыҡ менән кемдәр генә бейемәй уны.

Ә бына башҡорт милли хореографияһының класскаһына ингән был мәшһүр бейеүҙе тәү мәртәбә сәхнәгә сығарыусы Әнүәр Әхмәҙиев булыуын беренсе тапҡыр ишетәм. Әлбиттә, ғәҙәтемсә, төпсөнөргә керештем.

Күпте һөйләмәне был үтә баҫалҡы кеше.

1933 йылда, театр техникумын тамамлағас, Ә. Әхмәҙиев Баймаҡ колхоз-совхоз театрына эшкә ебәрелә. Унда 1936 йылға тиклем, Ҡыҙыл Армия сафына алынғансы, төрлө ролдәрҙе башҡара. Скрипкала ла уйнай, бейей ҙә. Был ваҡытта башҡорт сәхәнәһендә профессиональ постановщиктар ҡуйған бейеүҙәр бөтөнләй булмай әле.

- Төрлө урындарҙа итн бер нисә бейеү күрҙем, - ти Әхмәҙиев, - Ләкин уларҙа хәрәкәттәр ҙә сикләнгәйне. Мәҫәлән, клубтарҙа йәки мәжлестәрҙә "Кәкүк", "Бер таҡта", "Туғыҙаяҡ", "Шәмсиә", "Микулай" тигән бейеүҙәрҙе күрҙем. Улар матур ғына булһалар ҙа, ҡайһы берәүҙәренең мәғәнәһе һай, ҡайһы берҙәре хатта тотанаҡлы ла түгел. Иң борсолдорғаны - улар бер районда аңлашыла, икенсеһендә халыҡ уларҙы үҙенеке итеп ҡабул итмәй ине. Бөтә Башҡортостанда үҙ итеп ҡабул ителгән милли характеры, үҙенсәлекле хәрәкәттәре, тормош-көнкүреше, яу сапҡандағы батырлыҡтары, һунарҙағы йылғырлығы, йыйындарҙа, һабан туйҙарындағы сәсәнлеге, тапҡырлығы, шуҡлығы, шул уҡ ваҡытта ауыҫҡал аҡыллылығы - барыһының элементтарын да сәнғәтсә оҫта дөйөмләштергән, шуларҙың элементтарын эсенә алған милли бейеү кәрәк ине. Башҡа милләттәрҙә ундай дөйөм милли бейеүҙәр бар бит: рустарҙа - "Барыня", украиндарҙа - "Гопак", кавказдарҙа - "Лезгинка", молдовандарҙа - "Молдаванеска", венгрҙарҙа - "Чардаш" һәм башҡалар.

Әнүәр Әхмәҙиев халыҡ бейеүҙәрен иғтибар менән күҙәтә, өйрәнә, шулар нигеҙендә дөйөм милли бейеү ижад итеү өҫтөндә ҙур илһам менән эшләй. Уны данлыҡлы артистар һәм ҡурайсылар Ғиниәт Ушанов, Хәмит Әхмәтов, Ғата Сөләймәнов дәртләндерәләр, ярҙам итәләр. Шулай хәрәкәт артынан - хәрәкәт, бейеүҙең быуыны тыуа, камиллатрыла, мәғәнәһе арттырыла. Көйҙәр һайлайҙар. Башта "Байыҡ"ҡа туҡталмаҡсы булалар. Унан "Суҡмуйыл" мауыҡтыра. Ахыр килеп, бөтә хәрәкәттәргә лә ҙур иркенлек, олпатлыҡ, һомғоллоҡ, аһәң бирерлек киң диапазонлы "Перовский" көйөнә туҡаталалар.

Быйыл ҡыш Әнүәр Әхмәҙиев ағай менән Мәжит Ғафури исемендәге баҡсала саңғыла йөрөнөк. Иҙел ярҙарын ҡыҙырып сыҡтыҡ. Танмай әйтергә кәрәк, алтмышты ҡыуа барған был мыҡты кеше саңғыла үтә сая йөрөүе менән мине оятҡа ҡалдырҙы.

Саңғыла йөрөгәндә мин уның хәрәкәттәрендә бейеүҙәге ҡайһы бер элементтарҙы күреп ҡалғандай булдым.

- Һеҙ саңғыла ла "Перовский" бейеүендәгесә йөрөйһөгеҙ икән дәбаһа, - тинем.

Юҡ, киреһенсә, бейеүгә башҡорт саңғысыларының һәм һыбайлыларының хәрәкәттәре берләштереп алынды. Бына, мәҫәлән, "Өҙәнге" тигән быуын. Әйе, бөтә хәрәкәттәрҙең дә мәғәнәһе бар "Перовский"ҙың. Тик ҡайһы бер бейеүселәр уны уйлап, аңына-тоңона төшөнөп тормай, әйҙәргә тыпырҙарға керешәләр. "" Перовскийҙы бейеүсе комик түгел ул. Сәхнәлә бер нисә минут бейегәндә бейеүсе , күңеле һәм хәрәкәттәременән башҡорт халҡының үҙе булып, бик борондан алып бөгөнгегә тиклем мең йыллыҡ ғүмер кисереп шуны һынландырып сығарырға тейеш. Бына шунда була "Перовский" бейеүе! Ана, мөхәммәт Иҙрисов ағайыңды ҡара. Вәт, исмаһам, башҡара ул "Перовский"ҙы. Сәхнәлә - йәшәй ул, уйнамай, халыҡтың типиклаштырылған образын ижад итә һәр сығышы һайын!

Өйҙәренә ингәс, Әхмәҙиев ағаф китап шкафтарының береһенән ҡалын ғына бер папка тартып сығарҙы:

- Бна, туған, минең иң ҡәҙерле нәмәләремдең береһе. Театрҙа бергә эшләгән иптәштәремде һағынған һайын, шуны бер ҡарап сыҡһам, үҙҙәрен күреп һөйләшкәндәй булам...

Был папкаға Баймаҡ театры тураһында газеталарҙа төрлө йылдарҙа нәмә баҫылған - барыһы ла киҫеп алып тупланған. Бик күп өлкән артистарҙың иҫтәлектәрен, театр хаҡындағы төрлө документтарҙы һаҡлаған был йыйнаҡ кеше.

Бына шул иҫтәлектәрҙең бер нисәһе:

Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәсҡәров:

"Әхмәҙиевтың юы бейеүе - башҡорт халыҡ бейеүҙәренең иң бейек нөктәһе".

РСФСР-ҙың халыҡ артисы Ғималетдин Минһажев:

"Баймаҡ театры артисы Әнүәр Әхмәҙиев сәхнә өсөн барлыҡҡа килтергән башҡорттоң характерлы бейеүе хәтеремдә. Был бейеү йәш бейеүселәр өсөн классик өлгө булды һәм уның элементтары балетҡа ансамблгә лә инде, үҙешмәкәр бейеүселәр тарафынан да эләктереп алып таратылды..."

РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мөхәммәт Иҙрисов:

"...Был бейеү миңә бик көслө тәьҫир итте һәм мин үҙ алдыма башҡорт бейеүҙәрен профессиональ башҡарыусы булыу маҡсаты ҡуйҙым. 1941 йылда яңы ойошторолған Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә индем".

Әнүәр Әхмәҙиев әле лә үҙе эшләгән институттың түңәрәктәрендә ҡатнаша, студенттарҙың ансамбленә етәкселек итә, йәш һәүәҫкәрҙәргә ихлас ярҙамлаша.


Авторы - Фәрит Иҫәнғолов. "Йәшлек" гәзитендә 1969 йылда, ҡыҫҡартылған варианты 1994 йылдың 4 авгусында баҫтырылған.