Пневмония

Викидәреслек проектынан

Пневмония—үпкә ялҡынһыныуы.

Пневмонияның сәбәптәре[үҙгәртергә]

Төп сәбәбе - вирустар, бактериялар ярҙамында барлыҡҡа килгән патоген микрофлора. Сир тыуҙырғыс бактерия һауа юлы менән күсә.

Үпкә ялҡынһыныуы тәүге этапта ябай һалҡын тейҙереү кеүек башлана. Үпкәләрҙе, ҡанды тикшереү мәғлүмәттәренән һуң ғына дөрөҫ диагноз ҡуйыла.

Сирҙең үҫешенә булышлыҡ итеүсе факторҙар:

  • иммунитет ҡаҡшауы,
  • һалҡын тейеү,
  • тәмәке тартыу,
  • үпкәгә токсик матдәләр эләгеүе,
  • паразиттар барлығы,
  • насар туҡланыу,
  • көсөргәнешлек һәм башҡалар.

Пневмонияны иҫкәртеү саралары[үҙгәртергә]

-вакцинация үткәреү;

-пневмония менән сирләүсене айырым бүлмәгә һалыу;

-һыуыҡ тейеп ауырығанда ваҡытында дауаланыу;

-дөрөҫ туҡланыу;

-сынығыу, витаминдар ҡабул итеү, күнегеүҙәр башҡарыу;

-гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, ҡулды йыш йыуыу;

-бүлмәләрҙе елләтеп тороу;

-стресс кисереүҙе кәметеү;

-һыуыҡ тейеүҙән һаҡланыу.

Үпкә әйләнешендә ҡандың тотҡарланыуы һәм лайланың йыйылыуы сәбәпле ятып ауырыусыларҙың да пневмо­ния менән сирләп китеүҙәре бар. Сикле хәрәкәттәр сирлегә тулыһынса тынын сығарырға бирмәй. Был түштә баҫым күтәрелеүенә килтерә. Бындай осраҡта табип күҙәтеүендә комплекслы дауаланыу мөһим.

Инфекция менән көрәштә иң яҡшы сара - иҫкәртеү саралары.

Улар:

-пациенттың кәүҙә торошон тәүлегенә бер нисә тапҡыр үҙгәртеү;

-дауалау гимнастикаһы;

-массаж эшләү;

-физиотерапия;

-витаминотерапия;

-ауырыуҙың хәлен контролдә тотоу.

Пневмонияны иҫкәртеүҙә ҡулланылған өҫтәлмә процедуралар сирленең хәлен яҡшыртыуға һәм үпкә шешеүенә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә.

һүҙ иммунитетты нығытыуға йүнәлтелгән дарыу үләндәре хаҡында бара.

Дарыу үләндәренән яһалған төнәтмәләр ошондай компоненттарҙы үҙ эсенә алырға мөмкин:

-прополис - мөһим Микроэлементтарҙан, минералдарҙан һәм витаминдарҙан тора;

- бал - тәбиғи антибактериаль сара. Аллергия реакциялары булмаған саҡта ҡулланыла;

- ромашка - ауыртыуҙы, я л ҡ ы н һ ы н ы у ҙ ы баҫа, организмды нығыта.

Үгәй инә үләне, солодка тамыры, имбирь, чабрец - тымау тейҙергәндә һәм йүткергәндә файҙалы.

Дарыу үләндәрен ҡулланыр алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Бигерәк тә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға бындай төнәтмәләрҙе һаҡлыҡ менән ҡабул итеү кәрәк.

Көнкүрештә өҫтәлмә иҫкәртеү сараларын үтәү ауыр түгел. Киләсәктә хәүефле сирҙән һәм антибиотиктар ҡабул итеүҙән һаҡланыу өсөн һәр кем үҙенә яраҡлы оптималь вариантты һайлап алырға тейеш.