Эстәлеккә күсергә

Помидорҙы ҡасан ултыртырға?

Викидәреслек проектынан

Помидор ултыртыу өсөн беҙҙең төбәктә февраль аҙағы, март башы ҡулай.

Ябыҡ грунт өсөн февралдә ултыртыу яҡшы. Май башында теплицаға сығарһағыҙ, 65 – 70 көн ваҡыт кәрәк. Иртә лә, һуң да ултыртырға ярамай.

Уларға әлегә ҡояш йылыһы етмәй. Һуң өлгөрә торған помидорҙы 25 мартҡа тиклем сәсергә мөмкин. Өйҙә сәскә атып ултырған помидор һеркәләнә алмай. Был уның уңышын да кәметә.

«Гигант розовый», «Бычье сердце», «Сахарный гигант», «Гигант красный» сорттары эре була. Тоҙлау өсөн «Дамские пальчики», «Каспар», «Челнок», «Бетте», «Джина» һәйбәт.

Помидор үҫенте булып тәҙрә төбөндә 60 көн ултырырға тейеш.

Орлоҡтоң F1 тип тамғаланған төрҙәре күп. Уларҙы ултыртҡанда һыуларға ярамай. Бындай гибрид йәшелсә, сәскәләрҙең орлоғон да алып булмай.


Һылтанмалар

[үҙгәртергә]