Пәйғәмбәр

Викидәреслек проектынан

Пәйғәмбәр — Аллаһтың бәндәләргә ебәрелгән рәсүле (илсеһе) ул. Хөкөмдәрен, бойороҡтарын (тыйыуҙарын һәм ҡушҡандарын), хәбәрҙәрен бәндәләргә еткерһен өсөн Аллаһ Тәғәлә кешеләр араһынан иң лайыҡлы, иң саф күңелле, ғәҙел һәм гүзәл затты һайлап ала.

Пәйғәмбәрҙәр[үҙгәртергә]

Пәйғәмбәргә инсандар (кешеләр) менән аралашыу бурысы йөкмәтелә. Пәйғәмбәр аҡыл йәһәтенән дә башҡаларҙан күпкә өҫтөн тора.

Ер шарындағы иң беренсе кеше һәм шулай уҡ иң тәүге пәйғәмбәр Әҙәм, ғәләйһиссәләм, булған. Пәйғәмбәрлек Әҙәмгә, ғәләйһиссәләм, әлбиттә, һуңынаныраҡ, Ер йөҙөндә кешеләр күбәйгәс һәм улар менән идара итеү,дөрөҫ ғәмәл өйрәтеү ихтыяжы барлыҡҡа килгәс, бирелгән.

Әҙәмдән, ғәләйһиссәләм, һуң Ер йөҙөнә бик күп пәйғәмбәрҙәр ебәрелгән. Аллаһ Тәғәлә һәр халыҡҡа үҙенең араһынан, шул халыҡтың телендә Һөйләшкән, шул халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белгән кешене һайлап тәғәйенләгән. Пәйғәмбәрҙәрҙең бөтәһе күпме булғанлығы аныҡ билдәле түгел. ==Ҡөрьәндә пәйғәмбәрҙәрҙең 25-енең исеме аталған== 1.Әҙәм, 2. Иҙрис, 3. Нух, 4. һуд, 5. Салих, 6. Лут, 7. Ибраһим, 8. Исмәғил, 9. Исхаҡ, 10. Яҡуб, 11. Йософ, 12. Әйүб, 13. Шөғәип, 14. Муса, 15. һарун, 16. Дауд, 17. Сөләймән, 18. Юныс, 19. Ильяс, 20. Әльясағ, 21. Зөлҡифел, 22. Зәкәриә, 23. Яхъя, 24. Ғайса, 25. Мөхәммәд, ғәләйһис- сәләм.

Бынан башҡа Ғөзәир, Лоҡман, Зөлҡәрнәй хәҙрәттәрҙең исемдәре Ҡөрьәндә аталып үтелгән. Ләкин уларҙың пәйғәмбәр булыу-булмауы аныҡ түгел.

Пәйғәмбәрҙәр гүзәл сифаттарға эйә. Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәрҙәрҙе затлы тоҡомдан, изгелекле, тәрбиәле, күркәм холоҡло кешеләрҙән һайлай.

Пәйғәмбәрҙәрҙе Аллаһ Тәғәлә гонаһтарҙан һаҡлай. Шуға күрә лә пәйғәмбәрҙәр пак һәм саф.

Пәйғәмбәрҙәргә төп биш сифат хас[үҙгәртергә]

  • Сыддыҡ (сиддыҡ) - йәғни тоғролоҡло, пәйғәмбәрҙәргә ялғанлау, алдашыу хас түгел.
  • Әманәт - пәйғәмбәрҙәр һәр ҡасан, һәр ерҙә, һәр нәмәгә именлеккә өлгәшә, шуның менән бүтәндәрҙең ышанысын ҡаҙана.
  • Тәблиғ - пәйғәмбәрҙәр Аллаһтың бойороҡтарын һис үҙгәрмәҫтән (арттырмай ҙа, кәметмәй ҙә) кешеләргә күндерә (еткерә).
  • Фәтанәт - пәйғәмбәрҙәргә зирәклек һәм отҡорлоҡ хас.
  • Ғисмәт - гонаһ ҡылыуҙаң ситтә тора улар. Пәйғәмбәрҙәргә яҙыҡ эштәр ҡылыу бөтөнләй ят. Аллаһ Тәғәлә уларҙы гонаһтан үҙе һаҡлай.

Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, - пәйғәмбәрҙәрҙең иң өҫтөнлөклөһө.

Бүтән пәйғәмбәрҙәрҙән айырмалы рәүештә уға тағы ла биш төрлө сифат хас:

  • Пәйғәмбәрҙәрҙең барыһынан да өҫтөн ул.
  • Айырым ҡәүемгә (айырым милләткә, халыҡҡа) ғына түгел, э бөтә кешелеккә рәхмәт өсөн ебәрелгән.
  • Хатамүл-әнбиә, йәғни пәйғәмбәрҙәрҙең иң һуңғыһы. Сөнки Аллаһ Тәғәлә бүтән бер кемде лэ пәйғәмбәр итеп ебәрмәйәсәк. Сөнки Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, Аллаһтың камил, динен бөтә тулылығында кешеләргә еткерергә өлгәшкән.
  • Ғаләмдәрҙең бөтәһенә лә пәйғәмбәр итеп ебәрелгән.
  • Ҡиәмәткә тиклем шәриғәте дауам итәсәк.

Пәйғәмбәребеҙҙең нәҫеле[үҙгәртергә]

Пәйғәмбәребеҙҙең үҙенән алып хәҙрәт Исмәғил (Исмәғил пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм) нәҫеленә тоташҡан Ғәднәнға тиклемге сылбыр (нәҫел сылбыры) шулай:

Хәҙрәти Мөхәммәд, Ғабдулла, Ғәбделмотталлиб, һашим, Ғәбде, Мәнәф, Косайй, Киләб, Мүррә, Ҡәғб, Лү’әй, Ғалиб, Фиһр, Мәлик, Наҙр, Кинәнә, Хүзәймә, Мүдрикә, Ильяс, Муҙар, Низар, Мәғәдд, Ғәднән.

Ғәднән нәҫеле буйынса Исмәғилгә барып тоташа. Ә Исмәғил, ғәләйһиссәләм, - пәйғәмбәр Ибраһимдың, ғәләйһиссәләм, улы. Бына ни өсөн Мөхәммәдте, ғәләйһиссәләм, «Ибраһим нәҫеленән» тиҙәр.

Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, ямандан, яҙыҡтан азат кеше булған. Кешеләр бер-береһен хөрмәтләмәгән, бер-береһенэ ышанмаған дәүерҙә йәшәгән ул.

Әммә уға һәр кем ышанған, уны хөрмәт иткән. Бәхәс килеп тыуған осраҡта Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, фекерен, хөкөмөң бөтәһе лә ихтирам иткән.

Уның һүҙенә һәммәһе лә ышанған, әйткәненән риза булған. Уның тоғролоҡлоғон, ғәҙеллеген һәммәһе лә яҡшы белгән. Ялғандан, яҙыҡтан алыҫ торғанын да Мәккәләгеләрҙең барыһы ла белгән. Юғары әхлаҡлы, ғәҙел, олпат булғанға күрә уны Мөхэммәдел-әмин (ышаныслы Мөхәммәд) тип атағандар.

Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, кешелектең золмәттән бысранған бер дәүерендә килгән донъяға. Иман һәм Ислам нуры менән яҡтыртып, Аллаһтың бирмешенән Ғаләмде, шулай уҡ кешелекте залимлыҡтан ҡотҡарған.

Кешелеккә донъя һәм Ахирәт бәхетенән асҡыс бүләк итеп, бәндәләрҙе мәҙәниәт юлына алып сыҡҡан ул.

Мөхәммәд - пәйғәмбәрҙәр һәм рәсүлдәр тармағын ослаусы. Унан һуң Ер йөҙөнә пәйғәмбәрҙәр ебәрелмәйәсәк.