Районда сувенир цехы ла булды

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

1970 йылдар башында эске баҙарҙы халыҡ ҡулланышы тауарҙары менән тәьмин итеү өсөн илебеҙҙең урман хужалыҡтарында киң ҡулланыш тауарҙары цехтары асыла башланы. Уларҙа бура буралды, таҡта ярылды һәм башҡа тауарҙар етештерелде. Бөрйән киң ҡулланыш тауарҙары цехының тәүге начальнигы итеп тәжрибәле һәм үҙ эшенә хужаларса ҡараусы Хәлиуллин Шәриф Дәүләтгәрәй улы тәғәйенләнә. БАССР Урман хужалығы министры Абдулов Марсель Хәбиб улының инициативаһы менән Бөрйән, Нуриман, Ейәнсура урман хужалыҡтарында, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү маҡсатында, сувенирҙар етештереү цехы асыла.

Тарихы[үҙгәртергә]

1972 йылда Бөрйән урман хужалығының сувенир цехы эш башлай. Был цехтың тәүге эшселәре – Сәлихйән Балапано в, Рәхимйән Һөйәрғолов. Уларға йәш ҡыҙҙар – Р. Бикмөхәмәтова, М.Ҡолдәүләтова , В Ҡотлобаева, З.Чалабаева ҡушыла.

Ағастан төрлө изделиелар етештерергә ҡарар ителә. Башҡорттар бит тау-урман халҡы һәм элек-электән ағастан әйберҙәр, һауытһаба, көнкүреш кәрәкяраҡтары: батман, күнәсек, баҙыян һауыттар, силәк, тәпән һәм балалар өсөн төрлө уйынсыҡтар эшләү менән дан тота.

Сувенирҙарҙың өлгөләре эщлнеп, улар БАССР Министрҙар Советы янындағы совет тарафынан раҫлана. Яңы төр изделиеләр тармаҡ стандарттары раҫлана, тауар билдәләре бирелә, берәмләп һәм күмәртәләп һатыу хаҡтары билдәләнә.

Кипкән һөйәндән “Ботаҡтағы тейен”, “Һуйыр”, “ Мышы ” , “ Илек ” тигән сувенирҙар эшләнә, аҙаҡ “Уғры айыу”, “Саналағы айыу” тигәндәре өҫтәлә.

Сувенирҙарҙың һәр төрө төрлө учреждениелар буйлап оҙайлы раҫланыу юлы үтә, шуға күрә изделиеларҙың бар төрө лә магазин кәштәләренә һәм сауҙа нөктәләренә барып етмәй. Мәскәү художестволы сәнәғәт училищеһы сығарылыусыһы - БАССР Урман хужалығы хеҙмәткәре Ғаймалов Риф Ғаяз улы етештереүгә күп көс һала - бәғзе яңы төр сувенирҙарҙы эшләү барышында Бөрйәндә айлап ята, цех хеҙмәткәрҙәренә үҙенең эш оҫталығын күрһәтә, белгәнен өйрәтә.

Әҙер изделиеларҙы һатыу маҡсатында йыл һайын Өфөлә етештереүселәр һәм эре сауҙа ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында күргәҙмә-йәрминкәләр үтә. Эре ҡулланыусылар исеменә “Өфө” универмагы, “Башҡортостан” сауҙа үҙәге, республиканың бөтә ҡалаларының сауҙа ойошмалары инә.

Сувенирҙар шулай уҡ күршеләге Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләренә лә ебәрелә. Тәжрибә һәм һөнәри оҫталыҡ менән уртаҡлашыу маҡсатында, сувенир цехы хеҙмәткәрҙәре Бөрө ҡалаһына, “Ағиҙел” художество - сәнәғәт берекмәһенә, Әлшәй районының местпромкомбинатына барып, күсмә кәңәшмә үткәрә.

1987 йылда ағасты ырып эшләүсе оҫта Ғүмәров Мөнир Абдулхай улы юғары һөнәри оҫталығы өсөн Ленин комсомолы премияһына лайыҡ була.

1980 йылда Бөрйән урман хужалығының сувенир цехы изделиеларының күп өлөшөн сауҙа селтәрҙәре һатып алып бөтә. Ошо сәбәпле үҫештең икенсе юлдарын эҙләргә тура килә.

Бөрйән урман хужалығы директоры Хоҙайғолов Зәки Мазһар улы бер мәл “ Халыҡ кәсептәре” тигән журналды аҡтарып ултырғанында Ленинград өлкәһе Тихвин ҡалаһынан булған оҫта Колесников Виктор Иванович хаҡындағы мәҡәләгә иғтибар итә. Ул Алтай крайында туҙҙан изделиелар эшләүҙе тергеҙгән була. Мәҡәләне уҡып сыҡҡас та Зәки Мазһар улы Мәскәүгә – журнал редакцияһына шылтыратып, Колесниковтың адресын һорап ала һәм уны эшкә саҡырып хат яҙып һала.

Колесников хаҡлы ялдағы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булып сыға. Яуап хатында ул бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгәндән һуң бер нисә айға Бөрйәнгә киләсәген белдерә. 1985 йылда сувенир цехы үҫеше яңы юҫыҡта юл ала. Изделиеларҙың яңы төрөн етештереү өсөн күпләп туҙ әҙерләнә. Әммә һәр туҙ сувенирға бармай - материалды художестволы изделиеның талаптарына яуап бирерлек итеп эшләргә, әҙерләргә тура килә.

Башҡорттар бит элек-электән туҙҙан тырыздар, бал, һөт продукттары һаҡлай торған һауыт-һаба етештергән. Улар урыҫтың туҙ һауытынан (туесок) айырылыбыраҡ торған. Тырызды эшләү һәм етештереүгә сығарыуҙа БАССР Урман хужалығы хеҙмәткәре Р. Ғаймалов ярҙам итә. Уға цех хеҙмәткәрҙәре Й. Иҫәнбаев, С. Ишемғужин, шулай уҡ Н. Манаповтар ярҙам итә.

Һуғыш ветераны В.И. Колесников цех хеҙмәткәрҙәрен үҙе белгәндең бөтәһенә өйрәтә. Һөҙөмтәлә, 1985 йылда сувенирҙарҙың яңы төрө барлыҡҡа килә.

Ошо осорҙа киң ҡулланыш тауарҙары цехы начальнигы булып эшләгән Иҫәнбаев Йәҙгәр Кәбир улының хеҙмәте айырым маҡтауға лайыҡ. Уның иңендә цехты бер туҡтауһыҙ сеймал, лак, буяуҙар, кәрәкле инструменттар менән тәьмин итеү бурысы ята. Нәҡ уның инициативаһы менән изделиеларҙы йәмәғәт ҡабул итеүе ойошторола - сауҙа нөктәләренә ебәрерҙән алда хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре етештергән продукцияны бракҡа сығара, һатыуға иң сифатлылар ғына китә.

Цех хеҙмәткәрҙәре, үҙҙәренең төп эшенән тыш, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша – берҙәм өмәләргә сыға, спорт ярыштарында, үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында ал бирмәй.

Бөрйән урман хужалығы коллективы республиканың билдәле яҙыусы-шағирҙары менән осрашыуҙар үткәрә. Хеҙмәткәрҙәр менән осрашыуға Ноғман Мусин, Фәрит Иҫәнғолов, Рауил Бикбаев, Самат Ғәбиҙуллин һәм башҡалар килә. Сувенир цехында, нигеҙҙә, йәштәр эшләй һәм урман хужалығының комсомол ойошмаһы ла әүҙем була. Ул райондың иң яҡшы ойошмаларынан һанала – цехтың агитбригадаһы район ауылдары буйлап концерттар менән даими сығыш яһай.

Цехтың актив хеҙмәткәрҙәре Р.Бикмөхәмәтова, М. Ҡолдәүләтова, Г. Ишморатов бер нисә тапҡыр район советына халыҡ депутаты итеп һайлана. Буяусы А. Сәғитова профсоюз өлкә комитетында тармаҡ ағзаһы булып тора.

Шуны билдәләр кәрәк: сувенир цехының ҙур булмаған коллективы етештереү өсөн хас булмаған тәрбиәүи функцияларҙы ла үтәй – ВЛКСМ-дың Бөрйән райкомы һорауы буйынса унда тәрбиәгә ауыр бирелеүсе үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштыралар. Улары иһә, коллективтың йоғонтоһонда, ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Бөрйән район эске эштәр бүлеге начальнигы, подполковник А. Хәмиҙуллиндың һорауы буйынса, элек сувенир цехында эшләп, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан бер нисә егет эске эштәр бүлегенә эшкә йүнәлтелеп, ошонда намыҫлы хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға.

1988 йылда йыллыҡ эш һөҙөмтәләре буйынса Бөрйән урман хужалығы РСФСР буйынса Бөтә Рәсәй социалистик ярышта 3-сө урын яулай. Яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе күтәрмәләү өсөн 9000 һум аҡса бүленә. Ошо аҡсаны урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең дөйөм йыйылышында сувенир цехыныҡылар Иҫке Собханғолдағы мәсетте төҙөүгә күсереү инициативаһы менән сығыш яһай, ә Ленин комсомолы премияһы лауреаты Мөнир Абдулхай улы Ғүмәров манара өсөн шар менән ярым айҙы бушлай эшләп бирә.

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көсө менән мәсеттең бураһы бурала һәм фундаментҡа күтәрелә. Үкенескә күрә, 90-сы йылдар башындағы ил дәге реформаларҙың шойҡаны сувенир цехына ла тейә – сувенирҙарҙы һатып булмай башлай. Шул сәбәпле цехтың дуҫ-татыу коллективы тарҡала башлай – берәүҙәр икенсе эшкә күсә, икенселәр эштән китергә мәжбүр була.

Әммә бер нисә йылдан халыҡ кәсептәрен тергеҙеү эше шәхси секторҙа башлана, йәғни айырым оҫталар үҙ эшен аса, халыҡ кәсептәрен тергеҙә . Тик был инде бөтөнләй икенсе тарих. Зәки ХОҘАЙҒОЛОВ. " Таң" гәзите 2020 йыл, 30 октябрь, йома, № 87 (10431)

Сығанаҡ[үҙгәртергә]