Эстәлеккә күсергә

Родина ауылы шишмәләре

Викидәреслек проектынан

Родина ауылы шишмәләре (Ғафури районы)



Ғафури районы Родина -Ватан ауылында һәм ауылы тирәһендә ете шишмә бар. Уларҙың бишәүһе ауыл эсендә тау аҫтынан ағып сығалар.Икәүһе ауылдың эргәһендә ситтәрәк. Мин башҡорт телен белгән балаларҙан Йәншишмә исемле төркөм ойошторған инем.Йәншишмә төркөмө балалары менән беҙ Ҡамышлы күле, Бирешле йылғаһы, Селтер шишмәгә исемдәрен яҙып беркеттек. Шишмәләрҙең исемдәре юҡ ине, үҙебеҙҙең урам - Баҡса урамы башындағы шишмәгә Селтер шишмә тип мин исем ҡуштым. Трактовая урамы башындағы шишмәгә Дуҫлыҡ шишмәһе тип әхирәтем Фәнүзә менән исем уйлап таптыҡ, ә Совет урамы башындағы шишмәне Фәнүзә Бәхет шишмәһе тип атаны.Һәр шишмәгә лә исемдәре яҙылған таҡталар элдек. Ауыл эсендә Ҡамышлы күле янында ғына бер шишмә бар, уға исем бирелмәгән һәм яҙып та ҡуйылмаған әлегә. Шишмәләрҙең барыһының да һыуҙары һалҡын, таҙа, селтерәп ағып яталар., аҡҡан юлдарында ваҡ ҡына таштар бар.
Минең Селтер шишмә тураһында шиғырҙарым байтаҡ.Сөнки был шишмә ике йыл буйы күмелеп аҡмай ятҡандан һуң, беҙ ирем Әнүәр Ҡотлогилдин менән икәүләп барып уны күмгән тупраҡтарҙы алып ташлап таҙарттыҡ һәм беҙҙең шишмәбеҙ бәләкәй генә юлаҡ булыр селтерәп ағып китте. Шул саҡта мин уға Селтер шишмә тигән исемде ҡуштым. Хәҙер ул үҙенә юл алды, апарыу киңәйеп сылтырап ағып ята.Беҙ көн һайын сәйҙе ошо шишмәнең һыуынан ҡайнатабыҙ, һыуы сәйгә бик тәмле.Беҙҙең Селтер шишмәбеҙҙән ауылға яңы төшкән килендәр ҙә килеп һыу ала.

СЕЛТЕР ШИШМӘ ТАҠМАҒЫ
Һыуһаһаң һыуҙар бирермен
Килсе беҙҙең шишмәгә,
Селтер шишмә һыуҙарының
Тәмле һыуын эсмәгә!

Селтер шишмәнең һыуҙары
Бигерәк һалҡын икән,
Ете тиҫтә ваҡлаһаҡ та
Йөрәктә ялҡын икән!

Тау аҫтында ереклектә
Аға Селтер шишмәбеҙ,
Үҙебеҙҙең шишмә барҙа
Башҡа һыуҙар эсмәбеҙ!

Селтер шишмәнең төбөндә
Ваҡ таштары күренә,
Һиңә булған һөйөүҙәрем
Һүҙҙәр булып һибелә.

Селтер- селтер шишмәкәйем,
Көмөштәй силәккәйем,
Шишмә һыуын һибәйемме,
Яналыр йөрәккәйем.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ
13.09.2019

СЕЛТЕР ШИШМӘ /йыр/

Селтер шишмәмдең һыуҙарын
Алдым ҡуш устарыма,
Шифа һыуын тәмләтергә
Килтерҙем дуҫтарыма.

Ҡуш:
Селтер шишмәмдең һыуҙарын
Эс әле устарымдан,
Раббыҡайым, айырмасы,
Йән һөйгән дуҫтарымдан.

Шишмәләрҙән һыу алғанда
Устарымдан ҡойола,
Һеҙҙең менән үткән көндәр
Йәннәт кеүек тойола.

Ҡуш:
Селтер шишмәмдең һыуҙарын
Эс әле устарымдан,
Раббыҡайым, айырмасы,
Йән һөйгән дуҫтарымдан.

Ҡушымта тағы бер тапҡыр йырлана.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
3.12.2016

СЕЛТЕР ШИШМӘ

Яуыз кешеләр саф шишмә һыуын
Яҫы таштар һалып быуғандар,
Селтер -селтер ағыр шишмә һыуын
Тупраҡ менән күмеп ҡуйғандар.
Раббыҡайым, бирҙең ярҙамыңды
Мең шөкөрҙәр итәм мин шуға,
Һөйгән йәрем менәе көрәк алып
Килдек шул шишмәгә ярҙамға.
Ҡотҡарырға тип! Таҙартырға!
Асырға тип шишмә юлдарын.
Селтер-селтер итеп үҙ көйөнә
Йырлаһын тип моңло йырҙарын.
Юлын ҡаплап торған ташын алып
Шишмәбеҙҙең юлын таҙарттыҡ,
Селтер шишмә йәһәт юлын тотто
Илап торған талға ҡаратып.
Инеш буйындағы үҫкән талы
Моңло йырын тыңлай алмаған,
Аңланым мин хәҙер шишмәкәйҙе
Һағынғанға тал бит илаған!

  • Селтер шишмә * тиеп исем ҡуштым

Таҙартылған ошо шишмәгә,
Яҙһын ине әле бик күп йылдар
Ошо шишмә һыуын эсәргә.
Селтер-селтер йырлап аға шишмә
Инеш башы ғына юлдары,
Көгөшөмә, унан Ағиҙелгә
Барып ҡоя көмөш һыуҙары.


Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ

7.12.2013