Эстәлеккә күсергә

Рухи яҡтан байыйыҡ

Викидәреслек проектынан

Йүрүҙән гәзитенең «Һөйләшеүгә ҡушылам» рубрикаһынан

Салауат районы топонимдары тураһында

[үҙгәртергә]

Мин Ризван Хажиев ағайҙың мәҡәләһен «Йүрүҙән»дә лә, «Йәшлек»тә лә уҡыным. Әле ошо мәҡәләләр яҙылып сыҡмаҫ борон уҡ, Әлкә яғынан машинала үтеп киткәндә, "Усть-Канда" тигән күрһәткескә аптырағайным. Фекеремде яҙып ебәрергә ваҡыт таба алмай йөрөнөм

Көҫкәнде тигәнде ишетеп беләбеҙ. Ниндәй "тамаҡ", "Тамаҡ-Ҡанда", "Ҡанда-тамаҡ"?

Һәм бына Әлкә ауылының үҙенән бик төҙөк аңлайышлы фәнни яуап: «Көҫкәнде Көҫкәнде булып ҡалһын!»

Башҡорт топонимы Ҡандра бар, һүҙлектә ул болғар телендә ҡандыр йәки ҡондоҙ (бобр) тигәнде белдерә икән.

«БАССР-ҙың топонимдар һүҙлеге»ндә (Өфө, 1980, 76 б.) Көҫкәнде (Куськанде) — р. в Салаватском районе. От Усть-Канды (Усть-Кундуз). Другое название (у башкир) Ҡондоҙтамаҡ тиелгән.

Салауат районы территорияһында топонимик атамаларҙы йыйыуҙа беҙ ҙә, БДПИ-ның филология факультеты студенттары ла, ҡатнашҡайныҡ. 1973 йылдың июнь айы аҙағында беҙ уҡытыусыбыҙ доцент Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова етәкселегендәге экспедиция составында, төрлө ваҡ төркөмдәргә бүленеп, ауылдар буйынса таралыштыҡ. Мин, ул саҡта Фәссәхетдинова инем, Ғәйнуллин Сафа һәм буласаҡ фән докторы, буласаҡ профессор Хисамитдинова Фирҙәүес менән Урмансы, Лағыр, Сыбаркүл, Шәрәк ауылдарында булып, күп кенә ҡыҙыҡлы информация тупланыҡ.

Урмансы ауылы янында Ҡондоҙ-Тамаҡ тип аталған шишмә, бәләкәй йылға башы бар. Ул урынды күберәген Ҡондоҙ тип кенә йөрөтәләр. «Шишмә» кооперативының Ҡондоҙ фермаһы ла шунда урынлашҡан. Борон башҡорттар, әлбиттә, йылға башында ферма төҙөмәҫ, ул урынды көтөүлеккә әйләндермәҫ ине. Лаҡлы йылғаһына ҡойған ерен Ҡондоҙ-Тамаҡ тиҙәр.

Топонимдар һүҙлегендә Көҫкәнде йылғаһының атамаһын, "Усть-Кундуз"дан ҡыҫҡартып, "Усть-Канда" тип алғандар, тип аңлатыу дөрөҫ түгел, минеңсә. Һаман да шул "тамаҡ". Әллә Урмансыла яҙып алынған Ҡондоҙ-Тамаҡ топонимын шул Әлкәләге йылға тип ҡабул иттеләрме икән? Һүҙлектә "к" һәм "ҡ" хәрефле топонимдарға Азат Камалов аңлатма биргән булған. Яңылышлыҡ китеүе лә бик мөмкин. Сөнки "Ҡондоҙ-Тамаҡ" тигән атама 92-се биттә күренмәй. Салауат районы буйынса юҡ. Ә бына Ҡалтасы, Әлшәй, Балтас, Йәрмәкәй, Нуриман, Шишмә яҡтарындағы Ҡондоҙкүл, Ҡондоҙлокүл тураһында һүҙ бара.

Мин ҡәҙерле реликвия итеп, үҙемдең бер фәнни эшемде һаҡлайым. Студент йылдарымда был эшемде фәнни-практик конференцияла һөйләгәйнем. Ике тиҫтәгә яҡын авторҙың топонимдарға бағышланған монографияларын, брошюраларын, мәҡәләләрен ентекле өйрәнеп, «Башҡорт АССР-ы топонимдарының һүҙ яһаусы моделдәре» тигән бәләкәй генә, әммә бик ҡәҙерле хеҙмәт яҙғайным. Шундағы ҡайһы бер мөһим өҙөктәр менән таныштырып китәйем.

Эшемдең «Семантик топонимдар» тигән бүлегендә башҡорт теле лексикаһын үҙ эсенә алған һәм үҙгәртеүһеҙ бирелгән бик аҙ өлгөләрен әйтеп үткәнмен: Үрнәк, Шишмә, Ҡыҙыл...

Ә башҡорт топонимдарына
урыҫса —ино, —ово, —ево ҡушыу
ул формаль күренеш кенә,
урыҫ топонимдарына оҡшатып,
тигеҙләү, унификациялау, үҙгәртеү

Бер нисә йыл элек беҙҙең Салауат районында ауыл исемдәрендәге урыҫса "—ово", "—ино"ларҙың бөтөрөлөүе бик шәп күренеш тип иҫәпләргә була. Ул район советының ҡарары менән тәртипкә һалынһа ла, ҡайһы бер рәсми ҡағыҙҙарҙа һаман дөрөҫ яҙмайҙар.

 Башҡорт топонимына урыҫса аффикс
ҡулланыу смешанный (ҡатнаш) күренеш тип атала.
а) Караидельский
Бирск
б) Мурсалимкино
Шарипкино
Боронғо башҡорт ауылы
Мөрсәлим атамаһына, яһалма
рәүештә, ҡатмарлаштырып,
урыҫ телендәге һанға һуҡмауҙы
белдергән (пренебрежительный)
-к- суффиксын ҡушыу
бер ҙә дөрөҫ түгел

Әле булһа ла "Мурсалимский поссовет", "Мурсалимская средняя школа" тигән вывескалар эленмәгән, штамптар һәм мисәттәр булдырылмаған. Һуңлап булһа ла тормошҡа ашырайыҡ был ҡарарҙы.

Грамматик топонимдарға индерелгән бер төркөмдөң компоненты булып боронғо башҡорт телендә йөрөтөлгән формант —яҙ (—азы, —уяз) күрһәтелгән. Ул хәҙерге башҡорт теленең —сы формаһына тап килә.

"Сикияз (Һикияҙ) — Әйҙең ҡушылдығы, Ҡарағол, Илсекәй, Урмансы ауылдары эргәһенән ағып килә, башын Башташ тауҙары итәгенән ала.

"Үрмияз, Толбазы"

«Аяҙ», «яҙы», «уяҙ» боронғо башҡорт телендә «тигеҙ урын», «ялансыҡ» тигәнде аңлата. Боронғо телебеҙҙә был топонимдарҙың беренсе өлөшө кеше исеме йә мал менән бәйле булған:

Үрмий аяҙы — Үрмиәз

Мал аяҙы — Малаяҙ

Быйыл район депутаттары сессияһында "бер тауыштан" Малаяҙ ауылының исемен боронғоса Ҡаратаулы тип йөрөтә башлау тәҡдиме хупланды. Боронғо ырыу исеменән ауылға күскән атама хаҡлы урынын алырға тейеш. Был тарихи дөрөҫлөк өсөн кәрәк. Сөнки башҡорт теленең бар матурлығы, ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге уның элеккесә, ата-бабаларса әйтелгән һүҙҙәрендә, топоним атамаларында, уларҙың алтынға тиң гәлсәр мәғәнәһендә бит.

«БР телдәре тураһында Закон» да сыҡты

Салауат районының үҙәге Малаяҙ башҡортса дөрөҫ яҙылһа ла, урыҫса "Малояз" тиелә. Мәғәнәһе боҙола: "мало" — "әҙ", Әҙаяҙ!

Малаяҙ, тәржемә итһәң — "пастбищные угодья" бит инде. Малаяҙ тип хәҙерге Татар Малаяҙы аталһын да, район үҙәге элеккесә Ҡаратаулы булып ҡалһын. Кемгә нисектер, был минең фекерем.

Көҫкәндене лә "Усть-Канда" тип яҙыу үҙенсәлекле, сағыу яңғырашлы башҡорт топонимдарын һанға һуҡмауҙан, мәғәнәләрен иҫәпкә алмауҙан килеп сыҡҡандыр.

Башҡорт топонимдарында шаҙы/шиҙе тигән ҡушымта осрай. Профессор Жәлил Кейекбаев уны фин-уғыр элементы тип атаны. Шиҙе һүҙе менән яһалған гидронимдар күберәген һыу объекттарына (йылғасыҡ, инештәргә) бәйле.

Ҡарағолда Кәлтекшиҙе тигән урын бар. (Кәлдек — Еәйнсура районындағы йылға, Һүрәмгә ҡоя. Кәлтә йылғаһы Учалы районында, Уралдың ҡушылдығы, Иглин районында Эҫемдең ҡушылдығы). Кәлтә — "ҡыҫҡа" тигәнде аңлата. Мәҫәлән, ҡойроғо ҡыҫҡа айыуҙы "кәлтә ҡойроҡ" тиҙәр. Тимәк, Кәлтекшиҙе — ҡыҫҡа йылға була икән.

Шулай уҡ Тирмән, Илсекәй, Ҡарағол, Мөрсәлим халҡы өсөн Шиҙәле тигән уртаҡ гидроним бар. Һыуға бай, үләне уңа, яҙ етһә, муйыл сәскәһенең аҡ күбегенән күҙ ҡамаша. Ғәзиз төйәк, ҡолаҡҡа ятыш атама. Түбәләҫ ере!

Шуның кеүек, Көҫкәнде йылғаһы ла үҙ мәғәнәһе, ҡабатланмаҫ яңғырашы һәм матур тәбиғәте менән көҙәйҙәр өсөн ғәзиз. Көҫкәнде һыуын мәшһүр Салауат батырыбыҙ, сәсәнебеҙ эскән, уның таллығында һайраған һандуғас тауышышнан күңеле хистәргә байыған. Һәр башҡортҡа ҡәҙерле был йылға Көҫкәнде булып һаҡланһын!

«Көҫәп алынған йылға», «Көҫәгән урындың үҙе», «Көҙәй йылғаһының үҙе» — Лена апайҙың шулай тип аңлатыуы ысынбарлыҡҡа яҡындыр.

Йәнә шул: Лена апайҙың мәҡәләһенән борон ҡыр өйрәген "сүрәкәй! тиеүҙәрен белдем. Ләкин был беҙҙең Түбәләҫ ырыуына ингән Сүрәкәй ауылының исемен аңлата тип әйтеп булмай.

Ф. Ғ. Хисамитдинованың «XVI—XIX быуаттарҙа башҡорт ойконимияһы» тигән монографияһында 1773-1775 йылдарҙағы Кәрҫтиәндәр һуғышында Имәеғол Сүрәкәев тигән шәхестең ҡатнашыуы тураһында әйтелгән. 1816 йылғы рәүиз исемлегендә 56 йәшлек Мәжит Сүрәкәев теркәлгән.

Топонимик атамаларҙың һәр береһенә аңлатма биреп бөтә алһаҡ, беҙ башҡорт халҡының күп яҡлы тормош-көнкүрешен, үҙаңын, асылын өйрәнеп, рухи яҡтан байыр инек.

Һүҙемдең һуңында шуны әйтке килә. Лена апай Ямалетдинова тыуған йылғаһы Көҫкәнденең береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, эсәтәлеклерәк аңлатмаларын ғалимдар кимәлендә бирә алған. Ҙур рәхмәт һеҙгә, Лена апай! Тыуған илегеҙҙе ныҡ яратып, ошо һөйөүегеҙҙе тәрбиәләнеүселәрегеҙгә өҙлөкһөҙ нур итеп тапшырыуығыҙҙы, илһөйәр киләсәк үҫтереүегеҙҙе ысын күңелдән теләп ҡалам.

Хөрмәт менән Миңһылыу Абдуллина юғары категориялы Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе

  • Йүрүҙән гәзите. Миңһылыу Абдуллина Рухи яҡтан байыйыҡ, 2003 йыл, 8 ғинуар, № 3