Эстәлеккә күсергә

Рәсәйҙә тәүге сайыр музейы асылды

Викидәреслек проектынан

Бәләкәй Ҡыпсаҡтың, халыҡ телендә әйткәнсә, Кордондың оло йөрәкле ир-уҙаманы, үҙ еренең патриоты, гәзит уҡыусыларыбыҙға үҙенең ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәҡәләләре аша таныш автор Фәрзәт Ҡаһарманов һәм райондаштарыбыҙ тырышлығы менән кесаҙна көн Бәләкәй Ҡыпсаҡта Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып сайыр музейы асылды. Ауылдың мәҡтәбенә икенсе яҡтан ишек уйып, файҙланылмаған бер бүлмәнән бына тигән музей хасил иткән Фәрзәт Мөхәмәтйән улы. '''2020 йыл, 24 ноябрь, шишәмбе, № 94 (10438)

Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылының тарихы

[үҙгәртергә]

- Һеҙ бөгөн райондағы иң йәш ауылдарының береһенә аяҡ баҫтығыҙ. 50-се йылдарҙа эшселәр ҡасабаһы булып төҙөлә башлаған Кордон-Бәләкәй икенсе яҡтан ишек уйып,Ҡыпсаҡ ауылының үҙ тарихы бар. Мәктәп был ауылда үткән быуаттың 59-сы йылында асыла һәм 7 йыллыҡ итеп үҙгәртеүгә бина төҙөлә.

Әлеге бина 1997 йылда мәктәп-балалар баҡсаһы өсөн эшләнә һәм бөгөнгәсә ауылдың күркәм белем һәм мәҙәниәт усағы булып тора.

70-се йылдар башында мәктәпкә эшкә килгән Белорет районының Һаралы ауылының ҡыҙы Мәрйәм Ҡаһарманова тураһында республикала белмәгән кеше һирәктер. Үҙенән яҡты хәтирәләр һәм эҙ ҡалдырған уҡытыусыға бағышлап сығарылған “Мәрйәмем минең” йыры күптән ауыл гимнына әйләнде, - тине сараны алып барыусы Шәфҡәт Ғәлекәев.

Ҡыпсаҡ һандуғасы Сәлимә Ғәрифуллина башҡарыуында “Мәрйәмем минең” йыры бөтәһенә таныш булһа ла, ысын тарихына ҡушылғас, тағы ла тәьҫирлерәк булып яңғыраны.

Музей асыу тантанаһына килгән район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов: - “Мәрйәмем минең” йыры Ҡыпсаҡ тарафтарында тыуғанын белһәм дә, нәҡ Бәләкәй Ҡыпсаҡҡа бәйле тарихын тәүгә ишетеүем. Ысынлап та, бәләкәй ауылдарҙа халҡыбыҙҙың рухы, теле, бай фольклоры һаҡлана. Бөгөн асыласаҡ музей бер быуын райондаштарыбыҙҙың йәшәү рәүешен күҙ алдына баҫтырасаҡ, хәтирәләрҙе һаҡлауға, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк.

Фәрзәт ағайҙың был эше туризм үҫешенә лә йоғонто яһаясаҡ , халҡыбыҙҙың үткәненә иғтибарлы, ихтирамлы булырға өйрәтеп торасаҡ. Ул ошо эшкә тотондо, Рәсәй Президенты грантын (488 мең һум, шуға Әбделмәмбәт мәктәбе 50 мең һум ҡушты) алыуға иреште, башҡаларға өлгө булырлыҡ ҙур эште атҡарып сыҡты.

Киләсәктә музей яңынан-яңы экспонаттар, тарих, хәтирәләр менән тулыланһын, яңы һулыш алһын, - тине һәм музей асыуға ҙур өлөш индергән Фәрзәт Ҡаһармановҡа, мәктәп етәксеһе Гүзәл Насироваға, Йәнгүзәл Ҡаһармановаға, документ эштәрен тейешле кимәлгә еткергән Зәлиә Ҡунафинаға район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.

Сайыр музейы тураһында

[үҙгәртергә]

- Музей бик үҙенсәлекле. Сайыр эшенә ҡағылған бөтә процесс күрһәтелгән, сайыр һыҙыуҙа ҡулланылған бөтә эш ҡорамалдары экспонат булараҡ кәштәләрҙән урын алған.

Ауыл һәм мәктәп тарихы ентекле өйрәнелгән, ә сайырсылыҡ һәм сайырсылар тураһындағы мәғлүмәттәр 2000–се йылдар башында өйрәнелә башлана һәм күмәк көс ярҙамында 2008 йылда Әбделмәмбәт мәктәбе директоры М. Ҡасимова инициативаһы менән Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы мәктәбенең бер бүлмәһе сайырсылыҡ музейына үҙгәртелә.

Л. Мәсәғотова етәкселегендә хеҙмәткәрҙәр тарафынан косметик ремонт эшләнә. Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусылары З. Муллағолова һәм М. Фәтҡуллина тарафынан сайырсылыҡ һәм сайырсылар тураһында ентекле материал туплана.

Бөгөн был материалдар тулыландырыла, исемлек төҙөлә.Был хаҡта китаптарҙа һәм яҙыла барған мәҡәләләрҙә мәғлүмәт етерлек. Һәр яҡлап күтәрмәләүе өсөн район хакимиәтенә рәхмәт. Хакимиәт башлығы үҙе грантҡа тәҡдим итте. Ниһайәт, хыял бойомға ашты, - тине Фәрзәт Мөхәмәтйән улы.

Ал таҫмалар киҫелеп, музей тупһаһын аша атлап ингәс тә, сайыр һыҙыуға кәрәкле эш ҡорамалдары менән “ҡоралланған” оҙон кәүҙәле сайырсыны күреп, тертләп китәһең. Ҡарурман юлынан үҙенең эш урынына бөтә монаятын йөкмәп юл алған сайырсы, әлбиттә, музейҙағы төп фигура.

Һап-һары бүрәнәләрҙән буралған бәләкәй генә өй (Әбделмәмбәттән Нурғәле Һырлыбаев бураған), ишек артындағы сөйгә эленгән ҡушкөбәк (айыулы төбәктә унһыҙ булмай), витриналарҙа урын алған сайырсылыҡ инструменттары, бер яҡ мөйөштә урынлашҡан ағас мискә, һаҡтарҙың төрлөһө, тимер, кәүшик һәм кимәлле мөшкәттәр (воронка), ат арбаһына сайырлы ике тимер мискәне тейәп китеп барыусы ир-уҙаман (Ильяс Муллағолов эше), бихисап бысаҡ төрҙәре, ағас ҡабығын әрсегестәр, сайыры һыҙылған ағастар ( Фәрзәт ағай менән Ғәйнетдин Усманов урынлаштырған), бина стенаһына төшөрөлгән ҡарағай урманы, бәрхәт үлән менән мүкте хәтерләткән иҙән түшәме – барыһы ла алыҫ уҡ булмаған үткәнгә – атайолатайҙарыбыҙҙың ауыр ҙа, яуаплы ла, заманына күрә аҡсалы ла эш дәүеренә алып ҡайта.

Байназар мәктәбе уҡытыусыһы Ильяс Муллағоловтың ҡул эштәре музейға йәм биреп кенә ҡалмай, йән дә өрә – тиккә генә сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа ҡулың тый, тимәгәндәр. Уның стенаға һәм түбәгә төшөргән һүрәттәре иҫ киткес!

“Сайыр эше ныҡ ауыр ул. Сайырсы көнөнә 2 мең ағасты һыҙып үтә. Биләмәһен ете урағас, мөшкәттәр тула. Тәүҙә сайырҙы бер миҙгелдә дүрт тапҡыр йыйһалар, аҙаҡ был эш икегә ҡала.

Сайырсылар аҡсаны ла күп эшләне. Уларҙың тәьмин ителеше лә һәйбәт булды – консерваларҙағы быҡтырылған ит ,ҡуйыртылған һөттәр кемдәргә эләкте? Әлбиттә, сайырсыларға!

План 3 тонна 800 кг итеп бирелһә, шуны 10 тонна итеп үтәүселәр булды.

Сайырсылар урманға яҙ китһә, көҙ сентябрҙә генә ҡайтты. Бер ағасты унар йыллап һыҙҙылар. Айыу менән бәйле тарихтар ҙа иҫ киткес инде”, - тип бик мауыҡтырғыс хикәйәттәр бәйән итте музей хужаһы.

Әйткәндәй, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылының тарихы” һәм “Сайырсылар” тигән китап яҙып , Белорет типографияһында баҫтырып, шуларҙы ла музей кәштәһенә һалған ул.

Эйе, уникаль музей үҙ ишектәрен асты Бәләкәй Ҡыпсаҡта, сөнки унда Фәрзәт Ҡаһарманов кеүек кешеләр – үҙендә ҡабынған ижад осҡонон башҡаларға ялҡын итеп күсереп, аҙаҡ эш һөҙөмтәләре менән көллө әҙәмдең күңелен йылытыусылар йәшәй.А. ҒАРИФУЛЛИНА.

'