Сабата, ҡынйыраҡ (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Бер сысҡанға ике ҡойроҡ.
- Ауыҙы бар — теле юҡ,
Ҡойроғо бар — йөнө юҡ. - Башы бар — муйыны юҡ,
Арҡаһы бар — биле юҡ,
Ҡойроғо бар — йөнө юҡ. - Башы бар — муйыны юҡ,
Биле бар — ҡорһағы юҡ,
Ҡабырғаһы бар — ите юҡ. - Ике түңгәк,
Ике ҡойроҡ,
Бер кендек. - Башы бар — мейеһе юҡ,
Ҡабырғаһы бар — ите юҡ,
Ауыҙы бар — теле юҡ,
Ҡойроғо бар — йөнө юҡ. - Башы бар — мейеһе юҡ,
Арҡаһы бар — ҡорһағы юҡ,
Ике ҡойроғо бар, күҙе юҡ,
Көн дә бер мейескә кермәһә,
Күңеле юҡ. - Шырым, шыҙырым,
Ике ҡойроғом. - Ике ҡойроҡло бер сысҡан
Сабырға бик оҫта. - Һатып алдым сыбарҡай.
- Алама күлдәк, еҙ тырнаҡ
,Ҡарт муйнаҡ, бәйләп ҡуймаҡ. - Еҙ мыйыҡлы еҙнәм килгән,
Шаҡмаҡлы күлдәк кейгән,
Үҙе түргә уҙмай. - Яңағы бар — көйшәнмәй,
Ҡойроғо бар — һыйпанмай.
Сабата бар