Эстәлеккә күсергә

Салбар, салбар кейеү (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Айыры һаны ике,
    Ҡушылғаны — бер.
  2. Айыры ике, төбө бер.
  3. Ике айыры, төбө бер,
    Үҙең менән бергә йөрөй — шуны бел!
  4. Ике яҡҡа айырҙым,
    Башын өҫкә ҡайырҙым.
  5. Ике ботло, бер төплө.
  6. Юлға сыҡтым,
    Ике юл сатына еттем,
    Бер юлы икеһе буйлап киттем.
  7. Бөгөн торҙом,
    Ике аяғым ике юлға китте.
  8. Иртән торҙом,
    Ике айыры юлға төштөм.
  9. Бер кеше ике юлдан бара.
  10. Аяғы бар — йөрөй алмай,
    Кешенән бер ҙә ҡалмай.
  11. Талсай миңә талсайҙы,
    Талсайға мин талсайҙым.