Салғы (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ялан ерҙә ялт-йолт.
- Ялт-йолт итте, йылан үтте.
- Аяғы йөрөмәй, таяғы йөрөй.
- Кәкре таяҡ, кәкре тимер үлән ҡыра.
- Ялт-йолт итә, ялмап йота.
- Өйөм башында Биртәғол бото ята.
- Шамбы сума — сабаҡ ҡырыла.
- Төкөр, төкөр, төкөрләмә,
Айғыр булып кешнәмә,
Үлән төбөн тешләмә. - Таба-таба табалама,
Тау башында юрғалама,
Кеше күрһәң, кешенләмә,
Үлән башын тешләмә.