Самауыр, сынаяҡтар (йомаҡтар)
Перейти к навигации
Перейти к поиску

- Һарайымда һары айғырым,
Һикереп тороп кешнәйҙер.
Биш ҡолонло биш бейәм
Бер ҙә ҡулдан төшмәйҙер. - Һарайымда һары айғырым,
Һикереп тороп кешәнләй.
Битләүҙәге биш бейәм,
Бишеһе лә ҡолонлай. - Аталары еҙ бүкән,
Балалары сылдыр-мылдыр.
