Самауыр (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Тәрән баҙҙа бүре олой.
- Ике сите һыу булыр,
Уртаһында ут булыр,
Байҙарҙы көлдөрөр,
Ярлыларҙы бөлдөрөр. - Аяғы — дүртәү,
Ҡолағы — икәү,
Һарай эсендә һайрай. - Һарай эсендә һандуғас һайрай.
- Алтын һарай эсендә аҫыл ҡош һайрай.
- Алтын бишек, арҡаһы тишек.
- Һарайҙағы һары айғыр,
Һыу алдыниһәң, кешнәй. - Еҙ һарайым эсендә еҙнәм аты кешнәй.
- Һары айғырым һарнап кешнәй,
Бышҡыра ла бышҡыра. - Һары айғырым гел кешнәй.
- Һары бейәм ыңғыраша,
Оҙаҡламай ҡолонлар. - Һары бейәм һаҙға түгә.
- Көлөн сәсеп, ҡарт әбей
Түрҙә көлөп ултыра. - Аҫты ла тишек,
Өҫтө лә тишек,
Уртаһында ут та һыу. - Өҫ тишектән сыға быу,
Уртаһында ут та һыу. - Өҫтө — һыу, аҫты — ут.
- Тышым көлә,эсем көйә.
- Бура-бура буралы,
Эсе ҡыуыш уралы,
Эсендә ут, тышында һыу,
Нисек ултыра, күр әле! - Ҡарынында ут,
Ҡорһағында һыу,
Башында төпһөҙ эшләпә —
Бына донъя нишләтә. - Аяғы бар — атламай,
Ҡолағы бар — ишетмәй. - Ҙур, ҙур, ҙурский,
Бохарский, царский. - Һамарҙан килгән һары айғыр
Ҡыҙырым-ҡыҙырым һыу эсә. - Аяғы бар — атламай,
Тауышы бар — һөйләшмәй. - Танауы бар — тын алмай,
Ауыҙы бар — ашамай,
Ҡолағы бар — ишетмәй,
Аяғы бар атламай,
Һыу әсеүҙән туҡтамай. - Аяғы бар — атламай,
Эсендәгеһен һаҡламай. - Һары айғыр һарнап кешнәй,
Аяҡтары күк ала. - Ары тәтәй, бире тәтәй,
Ҡунаҡ килһә, йүгерә тәтәй. - Ары ла тәсәй, бире лә тәсәй,
Ҡоҙа килһә, йүгерә тәсәй. - Ялт-йолт итә,
Ҡунаҡ килһә, йүгереп китә. - Бохарҙан килгән ҡунаҡ
Ут ашай ҙа һыу эсә. - Ултырҙым рәхәткә,
Сит-сите рәшәткә,
Уртаһы — тамуҡ,
Сите — ожмах. - Эсе ҡара, күмер кеүек,
Тышы һары, шалҡан кеүек,
Ултырыуы мулла кеүек,
Һыҙғырыуы шайтан кеүек. - Эсе ҡара, ҡором кеүек,
Тышы һары, шалҡан кеүек. - Мейес алдында алтын өйрәк
Ут ашай ҙа һыу эсә. - Мейес алдында еҙ бүкән.
- Эй үңерҙән, үңерҙән,
Ятҡан уты күмерҙән. - Буйға еткән ҡыҙ бала
Йөрәгенә ут һала. - Түрәкәй килгән,
Түргә менгән,
Ут ашаған,
Һыу биргән. - Бәләкәй генә бисура
Йөрәгенә ут һала. - Сите — һыу иле,
Уртаһы — ут иле. - Сите — сит,
Уртаһы — ут,
Ғазраилдай һыҙғыра. - Күл уртаһында ут яна.
- Үҙе ултыра, эсе яна.
- Үҙе эсмәй, эсе яна.
- Үҙе эсмәй, үҙе йырлай.
- Үҙе йырлай, үҙе һыйлай.
- Эй, Туйбикә, Туйбикә,
Ҡунаҡ килһә, ҡуй бикә,
Һалпы ҡолаҡ, киң битле,
Һөйләшергә бик ипле. - Түр башында түрә
Ҡунаҡ күңелен күрә. - Ике яғы һыулы,
Урта араһы утлы. - эсендә еҙ бүкән.
- Һалбыр ҡолаҡлы, киң битле.
- Йыуан ҡорһаҡлы,
Оҙон моронло,
Бәләкәй генә башлы,
Дүрт аяҡлы. - Ҡолаҡтары ҡарпыш,
Танауы аҫта,
Ауыҙы өҫтә. - Һыу ҙа һыу,
Уртаһында ут,
Өҫтөндә быу. - Һары бейәм һыуға батҡан,
Ике ҡолағы һерәйеп ҡатҡан. - Ҡашы ҡара ҡарт әбей
Көлә биреп ултыра. - Мулла кеүек ултыра,
Шайтан кеүек һыҙғыра. - Түр башында бер һары ҡарт,
Түрәмен, тип ултыра. - Һары ситса күлдәкте
Һарайҙағы ҡыҙ кейер. - Борлап тора, йырлап тора,
Ҡорһағы шыбырлап тора. - Тын алышы — быу ғына,
Эсе тулы һыу ғына. - Эсендә һыу ҙа, ут та бар,
Ул үҙе һәр йортта бар.
Самауыр бар