Эстәлеккә күсергә

Самолет (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ҡанаты бар — елпенмәй,
    Тамағына ел кермәй,
    Елдән етеҙ ел арба!
  2. Ҡанаты бар — йөнө юҡ,
    Күккә менһә, тиңе юҡ.
  3. Ҡанаты бар — йөнө юҡ,
    Үҙе бара — юлы юҡ.
  4. Ҡош та түгел,
    Ат та түгел,
    Үҙе оса, йөк ташый.
  5. Ҡара ҡош килә ҡалтыр-ҡалтыр,
    Ҡанат арты ялтыр-ялтыр.
    Балаһы илай — шар-шар,
    Танауы ҡанай лар-лар.
  6. Ҡуңыҙ түгел — гөжләй,
    Ҡош түгел — оса.
  7. Сикһеҙ зәңгәр быялаға
    Һоҡланып торҙом, ҡарап.
    Ошо быяланы ярып,
    Үтте бер ҡорос ҡанат.
  8. Аҡҡош оса,
    Эҙе ҡала,
    Үҙе китеп юғала.
  9. Сылбырһыҙ өҫкә менә,
    Сылбырһыҙ аҫҡа төшә.
  10. Пыр-пыр пырылдар,
    Зыр-зыр зырылдар,
    Күккә менер, ергә төшөр,
    Ыласындан бейек осор.
  11. Пыр-пыр пырылдар,
    Зыр-зыр зырылдар,
    Күккә менер, ергә төшөр,
    Бик күп ерҙәрҙе гиҙер,
    Ни ҡушһаң, шуны эшләр.
  12. Ерҙән ҡалҡына башлаһа,
    Артынан туҙан туҙа,
    Үҙе ҡанатлы ҡош түгел,
    Үҙе бар ҡоштан уҙа.