Самса

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Өс мөйөш самса
Самса
Самса в домашних условиях.jpg

Самса — пирожкиҙың бер төрө (түңәрәк, дүрткел, өс мөйөш формаларҙа була). Азия халҡының иң киң таралған ризығы. Күберәк байрам ризығы.

Составы[үҙгәртергә]

Ҡамыры

  • Он — 4 стакан
  • Йомортҡа — 1 шт
  • Йылымыс һыу — 1 стакан
  • Аҡ май — 100 г
  • Тоҙ

Эслек

  • Һыйыр ите — 500 г
  • Һуған — 100 г
  • Тәмләткестәр — ваҡланған борос, киптерелгән базилик
  • Тоҙ

Ит турағыстан үткән һыйыр итенә ярым дүңгәләк туралған һуғанды һалып, өҫтөнә тәменсә тоҙ, ваҡланған борос, зирә орлоғо ҡатнаштырып болғатабыҙ.

Әҙерләү[үҙгәртергә]

Йылымыс һыуға аҡ май менән йомортҡаны болғатабыҙ. Өҫтөнә самалап тоҙ һәм он һалып, яйлап баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, бер өлөшөн һалма рәүешендә йәйеп, өҫтөнә иретелгән аҡ май менән һылайбыҙ. Килеп сыҡҡан һалманы рулет рәүешендә төрөп ҡуябыҙ, һәм ваҡ киҫәктәргә ҡырҡып, һәр бер киҫәкте айырым ус менән өҫтәренә баҫып, яңынан йәйә биреп түңәрәк формаға килтерәбеҙ. Эслекте йәймәгә һалып, өс мөйөш формала бөкләйбеҙ. Бөкләнгән яғын аҫҡа ҡаратып табаға һалырға кәрәк. Өҫтөнә матурлыҡ өсөн кунжут орлоғо һибергә мөмкин. 200 градусҡа ҡуйып, 45 минутҡа мейескә ҡуябыҙ. Бешеп сыҡҡандан һуң, өҫтөн йомортҡа һарыһы менән һылайбыҙ (йомортҡа һарыһына бер аҙ һыу ҡушырға ла мөмкин, шыйыҡлатыр өсөн).