Сдобалы ҡамырҙан бәлеш
Хәйерле көн, ҡыҙҙар, моңһоу, елле - буранлы көндө йәмләп тәмле һәм матур бәлешемде ҡуйып китәйем әле, сдобный ҡамырҙан артып ҡалған саҡ ҡына ҡамырҙан бәләкәй табала бешергән заливной бәлеш ине был, ҡамырҙы йәйеп табаға һалдым да, иң аҫтына шәкәрле творог түшәлде, уның өҫтөнә туңдырғыстан ҡарағат бөртөктәре һәм киви турап һалдым, эйе, ашап бөтөлә алмай ятҡан кивиларҙы ла туңдырып һалып ҡуйған инем, бик тәмле булды, киви менән ҡарағат өҫтөнә тағы ла бер аҙ шәкәр ҡомо һиптем, сөнки ҡарағат әскелтем була, уларҙың өҫтөнә магазин ҡаймағынан заливка эшләп ҡойҙом, заливка өсөн 200 г. 20%-лыҡ ҡаймаҡҡа 1 йомортҡа һыттым, ярты стакан шәкәр ҡомо ҡушып, ике аш ҡалағы крахмал һалып болғаным, шуны емештәр өҫтөнә ҡойоп шунда уҡ ҡыҙыу духовкаға бешерергә ҡуйҙым, 200 ° ҡыҙыу ине, бәлештең ситтәре ҡыҙара биргәнсе һәм өҫтөндәге заливка ҡата башлағансы бешерәм мин, ваҡытты ҡарамайым бер ҡасан.
Ҡамыры
[үҙгәртергә]- 1 стакан һөт
- 1 йоморҡа
- бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо
- 1 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә (сухие дрожжи)
- 0.5 сәй ҡалағы тоҙ
- 4 аш ҡалағы шыйыҡ май
- 3 аш ҡалағы майонез
Шуларҙың бөтәһен дә бергә ҡушып ҡамыр баҫып, ҡабартырға ҡуйҙым, был ҡамырҙан ике бәлеш сыға.