Себен генә тимәгеҙ.

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Себен, тигәндәй, ошо мәхлүкәт тә беҙгә һабаҡ биреп ҡуя бит. Нисек итепме? Ашҡа төшөп инде.

Үткән аҙнала "Әбделмән" мәсетендә йыл һайын үткәрелә килгән "Иман" лагеры эшләне, унда конкурс аша һайлап алынған балалар остаздарынан дини, тормошсан ғилем алды. Байназарҙан апайымдың ейәнсәре лә килде. Көн дә тегенән нимә өйрәнгәндәрен ҡыҙыҡһынып һорайбыҙ. "Бөгөн аш-һыу тураһында үттек. Ризыҡҡа, мәҫәлән, ашҡа себен төшһә, ни эшләргә, тип һорау биргәйнеләр. Бер бала алаһың да тәҙрә ашамы, былаймы - шунда быраҡтыраһың, тине",-ти...

Балаларға ғына түгел , беҙгә лә елле һорау әле был, ә уның яуабы , сиселеше хәҙистә. Әбү Һөрәйрәнән, Аллаһ унан риза булһын, еткерелә - пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу-ғәләйһис-сәлләм әйткән:"Әгәр себен һеҙҙең ризыҡҡа (шыйыҡ) төшһә, уны, себенде, иң беренсе сиратта, шул ризыҡҡа сумырып алығыҙ, сөнки себендең бер ҡанатында - ыу, икенсеһендә - дарыу, йәғни береһендә - ауырыу, икенсеһендә - шифа" (Бохари, 2-се том, 11-се бүлек, 1161(3320)-се хәҙис).

Үәт, йәмәғәт, себендең себенендә хикмәт бар. Ризыҡты түкһәң, исраф (бәлки, шунан башҡа ризығың да юҡтыр), ә сумырып алһаң, дарыу менән ыу ҡушылып, нейтралләшә, ашап-эсеүгә зарарһыҙ була - себен ашығыҙға төшһә, сумырмай алып быраҡтырырға ашыҡмағыҙ, йәмәғәт!