Эстәлеккә күсергә

Себен (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Еҙнәм аты йығылған,
    Йөҙ мең халыҡ йыйылған.
  2. Сәпкәй бикә ҡыуа тора,
    Бәҙкәй бикә ҡуна тора.
  3. Сөйҙөм, сөйҙөм, сөйҙөм ҡош,
    Хан башына ҡунған ҡош.
  4. Сөйҙөм, сөйҙөм, сөйҙөм ҡош,
    Бәләкәй генә ҡара ҡош.
    Хан башына ҡунған ҡош
    , Ҡара һыуға туйған ҡош.
  5. Беҙ-беҙ, беҙле ҡош,
    Беҙ табанлы ҡара ҡош,
    Хан башына ҡунған ҡош.
  6. Үҙе еҙҙән, аяҡтары теҙҙән.
  7. Бәләкәй генә ҡара ҡош,
    Ҡан күрҙе иһә, ҡунған ҡош.
  8. Йәне бар, ҡаны бар,
    Йөк тартырлыҡ хәле юҡ.