Сейә менән брауни

Викидәреслек проектынан
Сейә менән брауни
Сейә менән брауни

Сейә менән брауни

«Брауни» — шоколадлы татлы бәлеш тигәнде аңлата.

Кәрәкле аҙыҡ-түлек[үҙгәртергә]

  • 100 г шоколад
  • аҡ май — 100 г
  • 2 йомортҡа
  • 150 г шәкәр
  • ҙур ҡалаҡ менән 2 ҡалаҡ какао (шоколадты күп һалһағыҙ, какаоһыҙ ҙа мөмкин)
  • он — 150 г
  • ҡамыр күперткес (разрыхлитель) — 1 балғалаҡ, йәиһә ярты балғалаҡ сода
  • бер семтем тоҙ
  • 300 г самаһы тосо алынған сейә

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Бешереүе еңел, бер ниндәй ҡатмарлыҡтар юҡ. Бер ҡап шоколад кәрәк, ә башҡаһы һәр кемдә булған ябай аҙыҡ-түлек. Төрлө емеш-еләк ҡушып, бешерергә мөмкин. Бәләкәй киҫәктәргә бүленгән шоколадты һәм майҙы иретәбеҙ. Кемгә нисек уңайлы: микротулҡынлы мейестә йә быу өҫтөндә (паровая баня) мөмкин. Ирегәс, уттан алабыҙ, һыуына торһон.

Йомортҡаны шәкәр менән күперткәнсе туҡырға кәрәк. Уға һыуынған шоколадлы майҙы ҡушып болғайбыҙ. Онға ҡамыр күперткес һәм тоҙ өҫтәйбеҙ, какао ҡушырға мөмкин. Яҡшылап болғағас, йомортҡалы массаға һалабыҙ һәм миксер менән туҡыйбыҙ.

Иң һуңында сейәгә лә сират етте. Артыҡ лысҡылдамаһын өсөн, сейәгә крахмал өҫтәргә. Крахмалды он менән дә алмаштыралар. Ҡамырға сейәне һалғас, тағы бер яҡшылап болғайбыҙ һәм мейескә оҙатабыҙ. 180 градуслыҡ мейестә 40 минут самаһы беште. Әҙерлеген шырпы менән тикшереп белергә. Ҡоро сыҡһа, бешкән.