Сейә (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Элкән-әлкән, әлкән ҡош,
Әлкәндәшеп ултыра,
Ҡанатына ҡан һауған,
Емелдәшеп ултыра. - Сытыр-мытыр араһында
Бызырый күҙле эт ята. - Алтмыш ҡарағай башында
Алтмыш ҡарағош ултыра.
Ҡанатынан ҡан ағып,
Ҡанын ҡойоп ултыра. - Йомро-йомро ҡыҙыл төймә,
Уға ҡыҙҙар ялынған. - Ҡыҙыл күҙең ҡыҙартып,
Ҡыҙҙырма мине, күгәрсен! - Кәк(е)ре ҡайын аҫтында
Ҡан тамсылап ултыра. - Үҙе шарҙай, һыуы ҡандай.
- Тәме балдай, һыуы ҡандай.