Селпәрәмә килгән яҙмыш

Викидәреслек проектынан

Селпәрәмә килгән яҙмыш (30 ОКТЯБРЬ - СӘЙӘСИ ЗОЛОМ ҠОРБАНДАРЫ), 2014 йыл, 30 октябрь, кесе йома, № 126 (9754) ИҪКӘ АЛЫУ КӨНӨ).

"Таң" гәзите, 2014 йыл, 30 октябрь, кесе йома, № 126 (9754)

Архив материалдарынан күренеүенсә,1920 йылда Килдеғол ауылында 401 кеше йәшәгән. Етмеш йылдан һуң, йәғни 1991 йылда ла, ауыл халҡы һаны шул сама ине. Ауыл халҡының артмауының сәбәбе - 1921 йылғы аслыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы һәм утыҙынсы йылдарҙағы репрессия. Бөгөн ауылда ерле халҡыбыҙҙан Юнысовтар, Иғасуриндар,Йәғәфәровтар юҡ икән, былар ана шул фажиғаләр һөҙөмтәһе.

Утыҙынсы йылдарҙа 13 ауылдашыбыҙ золом ҡорбаны булған. 1930-34 йылдарҙа уларҙан Сибәғәт Иғасурин, Абдулхай һәм Фәттәх Һағынбаевтар 10-ар йылға, Ишмөхәмәт Көмөшбаев – 8, Мәрхәм Юнысов - 7, Мәхмүтдин Яхин, Мөжәүир Көмөшбаев, Садиҡ Исҡужин 5-әр йылға, Кинйәбулат Ҡорманғолов, Ситдыҡ Исҡужин, Баязит Миндеғолов, Йыһанур Һағынбаев 3-әр йылға хөкөм ителә. Ә Йыһангир Юнысовҡа үлем язаһы бирелә һәм атып үлтерелә.

Золом ҡорбаны булған ауылдаштарҙың биографиялары бик оҡшаш: сығыштары буйынса крәҫтиән ғаиләләренән, динле кешеләр, һөнәрҙәре буйынса урман ҡырҡыусылар, кустарсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр, йәғни үҙ донъяларын үҙҙәре көткән ир-уҙамандар.

Араларынан Исҡужин Ситдыҡ Сөләймән улына ентекләберәк туҡталғы килә. Ул Садиҡтың бер туған ҡустыһы, 1910 йылғы. Ситдыҡ бәләкәйҙән зирәк, сос бала була. Үҙаллы уҡый-яҙырға өйрәнә, ауылдаштар һөйләүенсә, иҫәп-хисап эшенә бик һәләтле, оҫта була. Мәһәҙей, Әтек ауылдарында, район үҙәгендә хисапсы булып эшләй. 1934 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына һәм хөкөм ителә. Беломор каналы төҙөлөшөндә ҡатнаша.

Әбделмәмбәттән уҡытыусы һәм күренекле сәсән Сабирйән Мөхәмәтҡолов менән бергә була. Төрмәнән ҡайтҡас, Сабирйәндең ғаиләһенә туҡтала. Сабирйән менән бергә булыуҙары, сәсәндең һыуыҡ тейҙереп үлеп ҡалыуы, уны үҙ ҡулдары менән тәрбиәләп ерләүе хаҡында һөйләй. Золом ҡорбанын, уның ғаиләһен ауылда ситләтәләр. Ҡатыны Кинйәбикә улы Риф менән ҡыҙы Ләләне етәкләп күрше Ҡолғана ауылына барып йәшәй.

Ситдыҡ төрмәнән һуң донъяһын бөтәйтеп, ғаиләһен көтөп, инде иркен йәшәп киттем тигәндә, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Репрессия тотҡонон һуғышта штрафбатальонға ҡуялар. Билдәһеҙ тарафтарҙа ут эсендә хәбәрһеҙ юғала.

Заманына күрә арыу уҡ белемле, йөрәккә ятҡан һөнәре менән матур башланған ауылдашыбыҙҙың яҙмышы бына шулай илдә алып барылған аҡылһыҙ сәйәсәт арҡаһында селпәрәмә килә, мәғәнәһеҙ ослана.

Үлгәндән һуң, 1989 йылдың 6 ғинуарында, башҡа ауылдаштар һымаҡ уҡ, Исҡужин Ситдыҡтың да бер ғәйебе лә булмауы асыҡланып, исеме аҡланды. М. ФӘЙЗУЛЛИН