Серетмә соҡоро

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған 19.06.2012.

Havekompostbunke.jpg

Ауыл ерендә, ғәҙәттә, ҡый үләнен сығарып ташлайҙар йә тиреҫ өҫтөнә өйәләр. Йыуынты һыуҙы ла шунда түгәләр. Былай иткәндә тиреҫтә сүп ҡалдыҡтары янмай, өйөмдөң ситтәре елләп ултыра.

Тиреҫ тиреҫ урынында ҡалһын, ә беҙ үлән ҡалдыҡтарын унан айырайыҡ. Йәғни компост соҡоро яһайыҡ. Һөҙөмтәлә яҡшы сифатлы серетмә аласаҡбыҙ, баҡсалағы сүп тә органик ашламаға әйләнәсәк.

Соҡор ике өлөштән торһа яҡшыраҡ. Уларҙың һәр береһе 1 м3 булырға тейеш. Тәүгеһендә серетмә яна, икенсеһенә яңы үлән ҡалдыҡтары һалына. Компостың тиҙерәк өлгөрөүен теләһәгеҙ, 15 сантиметрлы ҡатлам һайын азот ашламаһы өҫтәргә кәңәш ителә. Япраҡ, үлән ҡалдығы өҫтөнә йыуынты һыу һибелә, ләкин унда ит ҡалдығы булырға тейеш түгел, сөнки паразит селәүсендәр үрсей.

Ҡайһы бер баҡсасылар, серетмәне тиҙерәк өлгөртөү маҡсатында, соҡорҙоң өҫтөн полиэтилен менән ябыусан. Былай иткәндә һауа инмәй, компост тәбиғи янмай, ә томаланып, һаҫый. Соҡорға һауа инергә тейеш.

Бына шулай һеҙ ике ҡуянды бер юлы атаһығыҙ: осһоҙ органик ашламалы ла булаһығыҙ, сүп-сарҙан да арынаһығыҙ. Әйткәндәй, серетмә 2-3 айҙа әҙер була.

Википедияла