Эстәлеккә күсергә

Сиңерткә (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. «Тоттом» тигәндә, тороп китте,
    «Баҫтым» тигәндә, тороп ҡасты.
  2. Шем шекерә-мекерә,
    Тотам тиһәң, һикерә.
  3. Ат башлы,
    Болан мөгөҙлө,
    Бүре кәүҙә,
    Бүкән һын,
    Ҡош ҡанатлы,
    Ҡырмыҫҡа аяҡлы.
  4. Эт башлы,
    Ырғаҡ муйынлы,
    Бүре кәүҙәле,
    Бүкән һынлы,
    Ҡуш ҡанатлы,
    Тиктормаҫ йәнле.
  5. Аяғы ҡулдан юғары,
    һикерә талдан юғары.
    Ни ҡош түгел,
    ни ҡорт түгел,
    Теҙе билдән юғары.
  6. Сик-сик итә лә ситкә ҡуна.